10:09 (UTC+5), 31 Декабрь 2013

Башҡортостандан баш ҡала вуздары студенттары Өфө балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре менән осрашты

Ғәлиә Нәбиева
«Башҡортостандан Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҡыусы студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы активистары Өфөнөң 9-сы балалар йортонда булды.
- Осрашыу сиктәрендә Мәскәү вуздары студенттары балалар йортонда тәрбиәләнеүселәргә алдынғы Рәсәй университеттарына нисек уҡырға инеү тураһында һөйләне. Бынан тыш, улар үҙҙәренең мегаполиста йәшәү тәжрибәһе менән уртаҡлашты, — тип хәбәр итте Ассоциация етәксеһе Азат Бәҙрәнов. — Әңгәмәләшеү барышында студенттар уҡыусыларҙың һорауҙарына яуаптар бирҙе, улар бәйләнештәр менән алмашты һәм балалар йортоноң өлкән синыф уҡыусылары өҫтөнән шефлыҡ алды.
Йәйен «Башҡортостандан Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҡыусы студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы» активистары тәрбиәләнеүселәргә вуздарға уҡырға инергә ярҙам итәсәк.
Ассоциация активисы Азат Хәлиуллин әйтеүенсә, профориентация эше һәм балалар йорто тәрбиәләнеүселәренә уҡырға инеүҙә ярҙам итеү – ҡануниәттәге казусҡа бәйләнгән, йәғни етемдәр юғары уҡыу йорттарына ингәндә льготаларҙан мәхрүм ителде.
- Был ғәҙелһеҙлек бөтөрөлгәнсе, беҙҙең Ассоциация балалар йорттарының сығарылыш уҡыусыларына университетҡа уҡырға ингәндә ярҙам итәсәк, — тип билдәләне Азат Хәлиуллин. Осрашыу аҙағында активистар балалар йортона «Мираҫ» хәйриә фондынан бүләктәр тапшырҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика