08:44 (UTC+5), 30 Декабря 2013

«Китап» нәшриәтендә Ирек Зарипов тураһында китап сыҡты

Розалия Вәлиева
«Китап» нәшриәтендә Ирек Зарипов тураһында китап сыҡты, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Барый Ноғомановтың Туринда (Италия), Ванкуверҙа (Канада) Паралимпия уйындары еңеүсеһе Ирек Зарипов тураһындағы «Бәхет үҙ ҡулыңда» («Счастье в твоих руках») повесы Сочиҙа Олимпия уйындары асылыуға арналды.
Ирек Зарипов 18 йәшендә аварияға эләгә, ауыр операция үткәрә.
«Мин үҙ илемә файҙалы булырға тейеш»,— тип йыш ҡабатлай ул. Төрлө спорт төрҙәре менән әүҙем шөғөлләнә башлай. Хәҙер Ирек Зарипов – саңғы спортында һәм биатлонда иң яҡшыларҙың береһе. Был ҡаҙаныштарға ҙур ихтыяр көсө һәм Ватанға һөйөү арҡаһында өлгәшелде. Ул «Бәхет үҙ ҡулыңда» повесының идея йөкмәткеһен билдәләй.
Китап киң уҡыусылар даирәһе өсөн тәғәйенләнгән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, саңғы ярыштары һәм биатлон буйынса Ванкуверҙа ҡышҡы Паралимпия уйындарының дүрт тапҡыр чемпионы Сочиҙан һуң спорт карьераһын тамамлай. Ирек Зарипов үҙе әйтеүенсә, ҡарар инде ҡабул ителгән һәм үҙгәрмәйәсәк.
- Сочиҙа минең өсөн үҙенсә бер хушлашыу гастроле буласаҡ, — тип раҫланы Рәсәй паралимпия йыйылма командаһы лидерҙарының береһе һәм күптән түгел Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты. — Минең спорт менән хушлашыуым юғары нотала үтер тип ышанам, унан һуң тулыһынса сәйәси эшмәкәрлеккә күсергә планлаштырам.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика