Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.17
-0.1
90.73
-0.57
62.51
+0.52
0 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Декабрь 2013, 15:40
Өфө автовокзалдарында хәүефһеҙлек саралары көсәйтелде
Волгоградтағы терактарға бәйле Өфө автовокзалдарында хәүефһеҙлек саралары көсәйтелде, тип хәбәр итте «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы генераль директорының пассажирҙар йөрөтөү буйынса урынбаҫары Сергей Паскин.
- Автовокзалдарҙа металл эҙләүсе ҡорамалдар урынлаштырылды, — тип хәбәр итте ул. — Кисә оператив кәңәшмәлә багажды өҫтәмә ҡарау тураһында ҡарар ҡабул ителде.
29 декабрҙә Волгоградта тимер юл вокзалында теракт ваҡытында 17 кеше һәләк булды, 40-тан ашыуы зыян күрҙе. Дүшәмбе, 30 декабрҙә, троллейбуста шартлау булды. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ярашлы, 10 кеше һәләк булған. Шаһиттар хәбәр итеүенсә, Волгоградта «паника, кешеләр транспорттан сығып, йәйәү китә».
Автор:
Розалия Вәлиева
Теги:
именлек
транспорт
башавтотранс
Читайте нас