07:25 (UTC+5), 27 Декабря 2013

Өфө районында Яңы йыл алдынан яңы балалар баҡсаһы асылды

Ғәлиә Нәбиева
Өфө районы Жуков ауылының яңы микрорайонында 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы асылды. Төҙөлөш йыл ярымға һуҙылды, уның тамамланғанын йәш ғаиләләр түҙемһеҙлек менән көтөп алды – бында күсенеп килгән һәр ғаиләлә тиерлек сабыйҙар бар бит, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә. Көтөп алынған ваҡиға менән Жуков ауылы халҡын Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры урынбаҫары Владимир Аристархов һәм район хакимиәте башлығы Михаил Давыдов ҡотланы. Мәктәпкәсә тиклемге учреждениеның символик асҡысын уның мөдире Олеся Левченкоға «Прогресс» төҙөлөш компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Арменак Тоноян тапшырҙы. Мәктәпкәсә тиклемге учреждение республика бюджеты средстволарына төҙөлгән.
Ике ҡатлы кирбес бинаны эмблема — балалар баҡсаһының исеме һәм символы булған ҡарлуғас биҙәй. Балалар баҡсаһында яҡты, йылы, иркен. Бында һигеҙ төркөм урынлашасаҡ. Һәр береһенең ишегенә матур итеп исемдәре яҙылған табличкалар эленгән: «Смешариктар», «Бал ҡорто», «Йондоҙсоҡтар», «Тамсылар», «Ҡояш», «Ҡыңғырауҙар», «Миләшкәй», «Көнбағыш». Улар барыһы ла уңайлы йыһаздар менән комплектланған. Процедура һәм изолятор бүлмәһе менән медицина кабинеты бар. Аҙыҡ-түлек блогы, кер йыуыу бүлмәһе яҡшы йыһазландырылған.
Учреждение территорияһында газ мини-ҡаҙанлығы төҙөлгән. Асыҡ һауалағы уйын һәм спорт майҙансыҡтары яҡшы итеп йыһазландырылған.
Балалар өй туйлауға Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килеүен түҙемһеҙләнеп көтә. Мәктәпкәсә тиклемге учреждение Яңы йыл каникулдарынан һуң тулы көскә эшләй башлаясаҡ. Урындағы халыҡ киләһе йылға яңы мәктәп Яңы йыл бүләге булыр, тип өмөтләнә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика