11:39 (UTC+5), 27 Декабря 2013

Башҡортостан ҡотҡарыусылары дәүләт наградаларына лайыҡ

Сергей Захаров
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, 27 декабрҙә һөнәри байрамдарын – Рәсәй ҡотҡарыусылар көнөн билдәләүсе Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының бер нисә хеҙмәткәрен наградлау тураһында указға ҡул ҡуйҙы.
Республика халҡын һәм территорияһын ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау эшенә күп йылдар намыҫлы хеҙмәт иткәне һәм тос өлөш индергәне өсөн төбәк башлығының Рәхмәт хаты менән «Федераль Янғынға ҡаршы хеҙмәттең БР буйынса 22-се отряды»ның әйҙәүсе белгесе Леонид Алябушев, « Федераль янғынға ҡаршы хеҙмәттең БР буйынса 5-се отряды» 10-сы янғын һүндереү часы начальнигы Константин Бурлак, РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан республика Ветерандар Советы рәйесе Валерий Марванов, янғын һүндереү машиналарын йөрөтөү буйынса өлкән инструктор –«Федераль янғынға ҡаршы хеҙмәттең БР буйынса 28-се отряды» 44-се янғын һүндереү часында водитель Тимерйән Лоҡманов бүләкләнде.
«Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһенә РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы начальнигының беренсе урынбаҫары Закир Хужәхмәтов лайыҡ булды.
Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән «Федераль янғынға ҡаршы хеҙмәтиең БР буйынса 28-се отряды» 61-се янғын һүндереү часы начальнигы Венер Дусуев, граждандарҙы һаҡлауҙы тәьмин итеү хеҙмәте начальнигы Вячеслав Киселев, БР Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте начальнигы Евгений Таран, Нефтекама ҡалаһы Граждандарҙы һаҡлау идаралығы начальнигы Ришат Хәбибуллин бүләкләнде.
«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы» почетлы исеменә юғары профессональ оҫталығы һәм күп йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса дәүләт идаралығы начальнигы урынбаҫары – надзор эшмәкәрлеге идаралығының тәүтикшереү бүлеге начальнигы Рөстәм Ғафаров лайыҡ булды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика