05:44 (UTC+5), 26 Декабрь 2013

«Эшләүсе әсәйҙәр өсөн иң яҡшы предприятие» конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Галина Бахшиева
Башҡортостан Хөкүмәтендә «Эшләүсе әсәйҙәр өсөн иң яҡшы предприятие» IV Республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләнеләр. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса Республика өс яҡлы комиссияһының быйылғы йомғаҡлау ултырышында үткәрелде.
Башҡортостан Хеҙмәт һәи халыҡты социаль яҡлау министрлығында билдәләп үтеүҙәренсә, «Эшләүсе әсәйҙәр өсөн иң яҡшы предприятие» IV Республика конкурсы министрлыҡ, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм БР Профсоюздар федерацияһы тарафынан раҫланған Положениеға ярашлы үткәрелде.
Конкурс-2013 йомғаҡтары буйынса бюджеттан тыш ойошмалар араһында беренсе урынды «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Техник эксплуатация үҙәге яуланы. Икенсе урында — «Күмертау авиация производство предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, өсөнсөлә — «Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы» муниципаль унитар предприятиеһы.
Бюджет учреждениелары араһында Өфөнөң 13-сө ҡала клиник дауаханаһы «Эшләүсе әсәйҙәр өсөн иң яҡшы предприятие» конкурсы лидеры булды. Икенсе урын Өфөнөң 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһына бирелде. Өсөнсө урынды Дүртөйлө район һәм ҡала ветеринар станциялары, шулай уҡ Стәрлетамаҡ психоневрология интернаты бүлеште.
2013 йылғы «Эшләүсе әсәйҙәр өсөн иң яҡшы предприятие» конкурсы еңеүселәре тип танылған ойошмалар етәкселәренә иң әүҙем эшләүсе әсәйҙәрҙе үҙ средстволары иҫәбенә дәртләндерергә тәҡдим ителде.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм социаль партнерлыҡты үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Президентының Рәхмәт хаттары, республика Хөкүмәтенең Почет грамоталары менән һигеҙ кеше наградланды. Улар араһында — «ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара итеүсе директоры Александр Артюхов, РФ Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең республика профсоюз ойошмаһы рәйесе Светлана Пронина, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров һәм ӨДАТУ ректоры Морат Ғөзәйеров.
Бынан тыш, Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһының «Берҙәмлек өсөн» орденына БР Дәүләт Йыйылышының Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берләшмәләре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Виктор Пчелинцев һәм БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты ярҙамсыһы Петр Иванов лайыҡ булды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика