13:28 (UTC+5), 25 Декабря 2013

Өфөлә ике яңы почта бүлексәһе асылды

Розалия Вәлиева
Өфөлә ике элемтә бүлексәһе асылды — Сипайловола Баязит Бикбай урамы, 17-се йорт һәм Димдә Генерал Күсемов урамы, 15/1 йорт адрестары буйынса. Был турала Башҡортостан Республикаһы Федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Дим һәм Сипайлово почта хеҙмәтләндереүҙәре менән тәьмин итеү яғынан Өфөнөң иң проблемалы микрорайондары булып тора. Сипайловола дүрт кенә элемтә бүлексәһе эшләй, ә Димдә — өсәү.
Башҡортостан Республикаһы Федераль почта элемтәһе идаралығы директоры Ирек Ғәлимов әйтеүенсә, яңы бүлексәләр асыу сираттарҙы кәметергә һәм почта объекттарына эште тигеҙ бүлергә булышлыҡ итәсәк. Федераль почта элемтәһе идаралығы етәксеһе, киләһе йылда почта селтәрен киңәйтеү һәм модернизациялау буйынса эш дауам иттереләсәк, тип ышандырҙы. Йыл башында уҡ Рәсәй Почтаһы Ҡандрала үҙ көстәре менән төҙөлгән бүлексәне асасаҡ. Шулай уҡ Башҡортостанда реконструкциялағандан һуң ете элемтә бүлексәһе асырға планлаштырыла, уларҙың икәүһе Өфөлә урынлашасаҡ. Бынан тыш, баш ҡаланың эшләгән бүлексәләре базаһында өҫтәмә рәүештә оҙайтылған эш графигы менән ике посылкалар биреү үҙәге асыласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика