Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-9 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Декабрь 2013, 13:37
Башҡортостанда яңы йыл пенсиялары ваҡытынан алда бирелә
Яңы йылдың тәүге көндәрендә пенсиялар билдәләнгән ваҡыттан алданыраҡ бирелә, тип хәбәр итте республиканың Пенсия ведомствоһы. Республика почта хеҙмәткәрҙәре түләүҙәрҙе киләһе көндәрҙә еткерә:
3 ғинуарҙа – 3 һәм 5 ғинуар өсөн,
4 ғинуарҙа – 4-е өсөн,
6 ғинуарҙа – 6 һәм 7 ғинуар өсөн,
8 ғинуарҙа – 8-е өсөн.
9 ғинуарҙан алып түләүҙәр ҡәҙимге тәртиптә башҡарыласаҡ. Декабрҙә үҙҙәренә тейешле түләүҙәрҙе алмаған граждандар, уны 2014 йылдың 3 ғинуарынан почта элемтәһе ойошмаларының кассаларында йәки билдәләнгән графикка ярашлы пенсияны өйгә килтереү көнөндә ала.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
пенсиялар
яңы йыл
Читайте нас