12:42 (UTC+5), 24 Декабря 2013

Йәрмәкәй районында етем балалар өсөн ике яңы йорт файҙаланыуға тапшырылды

Әлим Фәйезов
Яңы йыл алды көндәрендә Йәрмәкәй районының Бекетов ауылында ике фатирлы төҙөкләндерелгән ике йорт файҙаланыуға тапшырылды. Район хакимәтенең мәғлүмәт–аналитика секторы мөдире Ынйы Шафиҡова хәбәр итеүенсә, фатирлы булыу бәхетенә етем балалар эйә буласаҡ. Яңы йорттар Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең «Етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү тураһында»ғы бойороғона ярашлы төҙөлдө. Йорттар төҙөүгә средстволар республика бюджетынан бүленде.
«БР Социаль торлаҡ төҙөлөшө фонды» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы төҙөлөштөң төп подрядсыһы булды. Өйҙәр ағастан һалынған, металл сайдинг менән көпләнгән, минерал вата йылытҡысы ҡулланылған. Йорттар эргәһендәге территория төҙөкләндерелгән: профнастилдан ҡойма менән кәртәләп алынған, ҡырсынташ һибелгән юл һалынған, һыу, газ һәм электр үткәрелгән.
Фатирҙарҙа уңайлы ҡунаҡ, йоҡо, аш-һыу бүлмәләре, алғы бүлмә һәм санузел урынлашҡан. Һәр хужаның өй алдында 15 сутый участкаһы бар.
Асҡыстарҙы тапшырыу тантанаһы 27 декабрҙә үткәрелә.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика