10:49 (UTC+5), 23 Декабря 2013

Өфөлә Аграр университетта Бөтә Рәсәй инженер кафедралар семинары үтте

Евгения Сюткина, Зөлфиә Минһажева
Башҡорт дәүләт аграр университетында инженер профилендәге кафедралар мөдирҙәренең Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһе үтте. Сара Рәсәй һәм БР Ауыл хужалығы министрлыҡтары ярҙамында ойошторолдо һәм икенсе тапҡырына Башҡорт дәүләт аграр университетында үтте. Семинар тематикаһы «Тракторҙар һәм автомобилдәр» дисциплинаһын уҡытыуҙа инновацион алымдарға арналды. Был өлкәлә килеп тыуған көнүҙәк проблемаларҙы тикшерергә Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендәге юғары уҡыу йорттарынан 40-тан ашыу кафедра мөдирҙәре һәм инженер дисциплиналарын уҡытыусылар килде.
Семинар-кәңәшмәнең пленар ултырышында агроинженер профилендәге белгестәр әҙерләү программаларын камиллаштырыу буйынса төплө докладтар менән БДАУ ректоры Илдар Ғәбитов, Рәсәй вуздарының Агроинженер белем биреү буйынса уҡыу-методика берекмәһе советы рәйесе урынбаҫары Анатолий Ананьин, БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фларис Шәйхетдинов, Мәскәү дәүләт аграр университетының «Тракторҙар һәм автомобилдәр» кафедраһы мөдире Сергей Девянин һәм башҡалар сығыш яһаны.
Кәңәшмә барышында Башҡорт агроуниверситетында, шулай уҡ Мәскәү, Ҡазан, Новосибирск, Пенза һәмТомск аграр вуздарында уҡыу процесына инновацион белем биреү технологияларын һәм студенттарҙы уҡытыуҙың яңы методикаларын индереүҙең ыңғай тәжрибәһе билдәләнде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика