11:40 (UTC+5), 20 Декабря 2013

Мәләүез районының йәш ғаиләләренә торлаҡ алыуға сертификаттар тапшырылды

Арина Рәхимҡолова
Мәләүез районы хакимиәтендә йәш ғаиләләргә торлаҡ һатып алыуға йәки шәхси йорт төҙөүгә социаль түләүҙәр таныҡлығын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Дөйөм 14,5 миллион һумдан ашыу суммаға сертификаттарҙы 2011-2015 йылдарға «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһының «Йәш ғаиләләрҙе тәьмин итеү» ярҙамсы программаһында ҡатнашыусы 33 ғаилә алды.
Йәш ата-әсәләргә документтарҙы Мәләүез районы хакимиәте башлығы Мәлик Вәхитов тапшырҙы.
- Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы, район бюджетынан бүленгән аҡсалар ярҙамында йәш ғаиләләр үҙҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшырта алды. Быйыл ауыл ерендә йәшәүсе 10 ғаиләгә 8 миллион һумдан ашыу ярҙам күрһәтелде. Программаны тормошҡа ашыра башлағандан алып – 2003-2012 йылдарҙа – 544 йәш ғаилә төрлө күләмдә дәүләт ярҙамы алды. Беҙ үҙ яғыбыҙҙан иң мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам итәбеҙ, атап әйткәндә, торлаҡ мәсьәләләрендә, — тине район башлығы.
Квадрат метрҙар менән тәьмин итеү – йәш ғаиләләр һәм уларҙың балаларына социаль ярҙам итеүҙең берҙән-бер сараһы түгел. Һуңғы йылдарҙа мәктәпкәсә белем биреү учрежденияларында урындар етмәү мәсьәләһен хәл итеүҙә алға китештәр бар. Бер нисә балалар баҡсаһы, элек уларҙа төрлө ойошмалар урынлашҡайны, капиталь ремонттан һуң үҙенең тура тәғәйенләнеше буйынса файҙаланыла. Һәм был эш дауам ителә. Бынан тыш, балалар баҡсаһы шәкәр заводы ҡасабаһында ла төҙөлә, тип хәбәр итте Мәләүез районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Юлиә Мырҙабулатова.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика