10:13 (UTC+5), 20 Декабрь 2013

Башҡортостан Хөкүмәтендә күп балалы әсәләргә миҙалдар тапшырылды

Ольга Мортазина
Республика Хөкүмәтендә быйыл йөҙ ҙә һигеҙенсе, һуңғы тапҡыр күп балалы ҡатындарҙы «Әсәлек даны» миҙалдары менән наградлау тантанаһы үтте. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова республикабыҙҙың биш һәм унан күберәк бала табып тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарына наградалар һәм аҡсалата премиялар тапшырҙы. Әлеге ваҡытта Баймаҡ районы буйлап эш сәфәрендә йөрөгән республика Президенты Рөстәм Хәмитовтан ҡотлау тапшырып, вице-премьер, уларға килеп етергә һыуыҡтар һәм Олимпия уты Эстафетаһы ҡамасауламанымы, тип ҡыҙыҡһынды. Ҡатындар, беҙҙе һыуыҡ ҡурҡытмай, ә иртәрәк килгәс, тығындарға эләкмәнек, тип яуап бирҙе.
— Һеҙҙе юғары дәүләт наградаһы менән ҡотлайым, ләкин беҙҙең һәм һеҙҙең төп награда — балалар. Әлбиттә, иң ауыр һәм яуаплы хеҙмәт— әсәйҙәрҙеке, — тине Лилиә Ғүмәрова. — Именлек һәр йорттан, һәр ғаиләнән башлана. Әгәр балалар ата-әсәһен яратһа һәм хөрмәт итһә, улар үҙ илен дә яратасаҡ. Миллиард һумдар тотоноп, әллә күпме квадрат метр торлаҡ, меңләгән километр юлдар төҙөргә мөмкин, әммә һәр балаға үҙ күңел йылыбыҙҙы, үҙ ҡиммәттәребеҙҙе һала алһаҡ ҡына һөҙөмтә буласаҡ. Һеҙгә хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәм һәм башымды эйәм.
Бүләкләнеүселәр араһында республиканың бөтә райондарынан да тиерлек вәкилдәр бар. Бөгөн тағы 60 күп балалы әсә миҙал алды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика