Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-25 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь 2013, 13:28
Башҡортостан «чекистары» дәүләт наградаларына лайыҡ
20 декабрҙә Рәсәй Дәүләт именлек органдары хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Ошо көндәрҙә Рөстәм Хәмитов Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәрен наградлау тураһында документҡа ҡул ҡуйҙы.
Республика Президентының Указы менән һөнәри оҫталығы, законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен нығытыуға ҙур өлөш индергәндәре өсөн Башҡортостан Республикаһы Почет грамотаһына Алексей Самородов менән Рөстәм Яруллин лайыҡ булды.
Икенсе указ менән уларҙың коллегалары Михаил Дудоров һәм Рөстәм Мәҡсүтов республика башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде, тип хәбәр ителә рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт
порталында
.
Автор:
Сергей Захаров
Теги:
наградалар
фих
почет грамоталары
рәхмәт хаттары
Читайте нас