12:07 (UTC+5), 17 Декабря 2013

Стәрлетамаҡтың майҙаны 177,8 гектарға арта

Арина Рәхимҡолова
- Стәрлетамаҡ ҡалаһының сиктәре киңәйә. Беренсе этапта муниципаль берәмеккә көнбайыштан терәлеп торған, Стәрлетамаҡ районы сигендәге дөйөм 177,8 гектар майҙанды биләгән ер ҡушыла, — тип белдерҙе бөгөн республика парламенты Президиумы ултырышында БР Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.
Был участка ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙән ҡушыла. Билдәләнгән территория Стәрлетамаҡ сигенә индереү менән тораҡ пункттары биләмәләре ерҙәре категорияһына күсереләсәк. Тейешле закон проектын парламентарийҙар БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы пленар ултырышында, 26 декабрҙә, ҡараясаҡ.
Парламент спикеры әйтеүенсә, был «Рәсәй граждандарына – арзан һәм уңайлы торлаҡ» милли проектты тормошҡа ашырыу – торлаҡ, социаль объекттар, транспорт һәм инженер инфраструктураһы төҙөү өсөн кәрәк.
- Әлбиттә, тығыҙлап төҙөү ысулын да файҙаланырға була, әммә Стәрлетамаҡта йорттар былай ҙа тығыҙ ултырған, шуға күрә бындай өҫтәмә территория ҡалаға үҫешергә һәм төҙөүселәргә лә, халыҡҡа ла яҡшы шарттар булдырырға ярҙам итәсәк, — тип аңлатты Константин Толкачев.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика