05:09 (UTC+5), 17 Декабрь 2013

«Матбуғат балы-2013» республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Розалия Вәлиева
Дүшәмбе, 16 декабрҙә, «Матбуғат балы-2013» республика журналистар конкурсы еңеүселәренең исемдәре билдәле булды. Уларҙы бүләкләү тантанаһы Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы бинаһында үткәрелде.
Йыл журналисы исеменә «Юлдаш» радиоһының тапшырыуҙар алып барыусыһы Гүзәл Ситдиҡова лайыҡ булды.
«Гүзәл Ситдиҡова резонанслы программалар авторы булып тора. Ул етди профессиональ кимәлгә эйә һәм бирелеп эшләй, шуға ла үҙе алып барған темаларҙы һәр яҡлап асыуға өлгәшә. «Махсус репортаж» тапшырыуы социаль-ижтимағи, тыңлаусы өсөн мөһим мәсьәләләрҙе яҡтырта. Былар – журналист тикшеренеүҙәре һәм махсус рейдтар, аналитика, анализ, диспуттар. Программаларҙа һәр яҡлап яҡтыртылған темалар исемлеге — вандализм, юғалған кешеләр, балаларҙы рәнйетеү, традицион булмаған дини ағымдар, коррупцияға ҡаршы көрәш, бизнес төрө булараҡ һоранып ултырыуҙар, телевизион гипноз, интернет йоғонтоһо, хәҙерге мультфильмдарҙың кире яғы, психологик тренингтар, яһалма дарыуҙар, венерик ауырыуҙар, күп ҡатынлылыҡ. Енәйәтселек темалары айырым анализланды — эфирҙа холҡ төҙәтеү колонияларынан киң репортаждар, кеҫә, фатир бурҙары, автомобилдәрҙе урлау, аферистар тураһында тапшырыуҙар үтте. Спиртлы эсемлектәрҙең, наркотиктарҙың зарарлы йоғонтоһо, суицид, һуғыш һәм ҡораллы конфликттарҙың уларҙа ҡатнашыусылар өсөн социаль-психологик эҙемтәләре тураһында махсус репортаждар циклының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ», тип хәбәр ителә еңеүсе презентацияһында.
«Йыл блогеры» Рәйес Ғәбитов булды, ә «Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы»ның матбуғат хеҙмәте иң яҡшы тип танылды. «Башнефть» акционеҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте иң яҡшы корпоратив гәзит («Башкирская нефть») сығара. Шулай уҡ «Башнефть» компанияһы «иң асыҡ компания» тип танылды.
«Һаулыҡ һәм экология» номинацияһында «Российская газета» хәбәрсеһе Тамара Пересыпкина еңде, «Спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүеше» номинацияһында — БЮТ телеканалы хәбәрсеһе Роза Хәбибуллина. «Мәҙәниәт һәм сәнғәт» номинацияһында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хеҙмәткәре Эльмира Сабирова иң яҡшы журналист тип танылды, «Сәйәсәт һәм йәмғиәт» номинацияһында «Вся Уфа» телеканалы хәбәрсеһе Андрей Савельев еңде. Иҡтисад һәм финанстар өлкәһендә «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хәбәрсеһе Марина Попкова иң яҡшыһы булды.
Бөтә еңеүселәр дипломдар һәм иҫтәлекле кубоктар алды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика