Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
83.63
+0.67
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Декабрь 2013, 10:49

Өфөлә беренсе аквапарк асылды

Шәмбе, 14 декабрҙә, «Планета» сауҙа-күңел асыу үҙәген һәм аквапаркты техник асыу үткәрелде. Асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
— Өфө һәм Башҡортостан халҡының хыялы тормошҡа ашты, — тип билдәләне республика башлығы. — Беҙ үҙ аквапаркыбыҙ асылыуын бер нисә тиҫтә йылдар көттөк. Өфөнөң ошондай ҡоролмалары булған ҡалалар иҫәбенә инеүе бик шәп бит. Хәҙер аквапаркка барыу өсөн Һамарға, Ҡазанға һәм Магнитогорскиға йөрөүҙәр туҡталасаҡ. Һис шикһеҙ, еңеү еңелдән бирелмәне. Бындай бинаны төҙөү ҡатмарлы, ошо проект өҫтөндә эшләгән дизайнерҙарға һәм төҙөүселәргә рәхмәт белдерәм.
Аквапарктың дөйөм майҙаны — 5 мең 400 квадрат метр, хәүефһеҙлекте бында 100-ҙән ашыу сертификациялы инструктор күҙәтәсәк. Бассейн динозаврҙар менән тропик күл стилендә эшләнгән, эстә бер нисә һыу тауы урынлашҡан — «Һыу өйөрмәһе» (ябыҡ торба буйлап шыуып төшөп ҙур соҡорҙа әйләнәһең һәм бассейнға барып эләгәһең), «Етеҙ йылға», «Тау йырғанағы», «Анаконда». Ҡыйыуҙар өсөн экстремаль тауҙар бар: «Ирекле ҡолау», «Камикадзе». Өлкән йәштәгеләр өсөн зона бар, унда сауна һәм төрөк мунсаһы йыһазландырылған.
Аквапаркта диңгеҙ тулҡынына оҡшатып яһалған бассейн, алты кафе һәм ресторандар бар. Аҙна уртаһында өлкәндәр өсөн тотош бер көнгә килеү 1300 һум, 5 йәштән 12 йәшкә тиклемге балалар өсөн — 900 һум тора (байрам һәм ял көндәрендә килеү 500 һумға ҡиммәтерәк).
Өлкәндәр өсөн 4 сәғәткә билет — 1000 һум, балалар өсөн — 700 һум, байрам көндәрендә — 1400 һәм 950 һум. Дүшәмбе һәм кесе йома — профилактика көндәре (стендтағы мәғлүмәт буйынса), шишәмбе һәм шаршамбы аквапарк иртәнге сәғәт 10-дан 22 сәғәткә тиклем эшләй, йома һәм шәмбе — сәғәт 10-дан 24 сәғәткә тиклем, йәкшәмбе — 23 сәғәткә тиклем.
14 декабрҙә техник асыу ғына үткәрелде. Тәүге килеүселәрҙе бында ике көндән, бөтә хеҙмәттәр, ҡорамалдар һәм аквапарк персоналы эшенә һуңғы тапҡыр тикшереү үткәргәндән һуң, көтәләр. Аквапарк етәкселеге, бөтә аттракциондарҙы һыуҙа хәүефһеҙлек буйынса инструкторҙар тикшереп сыҡты, тип ышандыра.
Тулы мәғлүмәттәр — «Электрогазета” репортажында.
Автор:Розалия Вәлиева
Читайте нас: