09:54 (UTC+5), 16 Декабря 2013

Башҡортостандан Мәскәүҙә уҡыусы студенттарға һәм аспиранттарға наградалар тапшырылды

"Башинформ"
Яңы йыл байрамдары алдынан РФ Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллектең конференциялар залында РФ Президенты ҡарамағындағы БР-ҙың Тулы хоҡуҡлы вәкиле, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Артур Шәйнуров Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан Республикаһы студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы активистары менән осрашты.
Башҡортостандың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең матбуғат үҙәге етәксеһе Гөлсәсәк Ханнанова хәбәр итеүенсә, осрашыу барышында сығышы менән республикабыҙҙан булған йәштәр алдында торған ағымдағы бурыстар, Мәскәүҙә республика яҡташтар ойошмаһы тарафынан тормошҡа ашырылған төрлө йәштәр проекттарына, мәҙәни һәм социаль башланғыстарға республика яғынан күрһәтелгән ярҙам формаларын тикшерҙеләр. Тулы хоҡуҡлы вәкиллек етәкселеге, атап әйткәндә, Мәскәүҙә йәштәр һабантуйын үткәргәндә йәштәр Ассоциацияһының ҙур эш башҡарыуын, «Дискурс» фекер алышыу клубының даими ултырыштарын, башҡорт телендә беренсе КВН-ды, беренсе «Һылыуҡай-2013» башҡорт сибәрҙәре конкурсын, башҡорт коллективтары концерттарын һәм Мәскәүҙең төрлө вуздарында республиканы презентациялауҙы үткәреүҙә ярҙамдарын билдәләп китте. Ассоциацияла ҡатнашыусылар, үҙ сиратында, РФ Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиленә даими осрашыуҙар, Башҡортостан студенттары коллективтарының берлектәге саралары һәм репетициялары өсөн Ассоциация активына бушлай бүлмә биреүҙәрен һорап мөрәжәғәт итте. Бөгөн Мәскәүҙә студенттарҙың «Саптар» ҡурайсылар, «Алтын ай» башҡорт бейеүҙәре үҙешмәкәр коллективтары эшләп килә, шулай уҡ планда баш ҡала консерваторияһында һәм башҡа музыка вуздарында уҡыусы студенттарҙың инструменталь коллективын ойоштороу ниәте бар.
Осрашыу аҙағында Мәскәүҙә Башҡортостан яҡташтар ойошмаһы тормошонда әүҙем ҡатнашҡан студенттарға һәм аспиранттарға БР-ҙың Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең почет грамоталары тапшырылды. Наградаларға, атап әйкәндә, Иҙел Бохарбаев (Мәскәү дәүләт тау университеты), Нәзир Байегетов («Алтын Ай» ансамбле етәксеһе), Фаил Илембәтов (Рәсәй дәүләт геология-разведка университеты), Фаягөл Йоносова (Рәсәй физкультура һәм спорт университеты), Фатима Янбаева (Юғары иҡтисад мәктәбенең Милли тикшеренеү университеты), Миләүшә Әбсәлиҡова (Рәсәй дәүләт социаль университеты), Гөлнара Ҡоғашева (Ресурстарҙы һаҡлау логистикаһы һәм технологик инноватика халыҡ-ара институты), Римма Шәғәлиева (Мәскәү дәүләт төҙөлөш университеты), Миләүшә Әлибаева (Мәскәү дәүләт машиналар эшләү университеты), Миләүшә Лоҡманова (Рәсәй дүләт гуманитар университеты), Лилиә Хөснөтдинова (Мәскәү дәүләт педагогия университеты) һәм яҡташтар ойошмаһының тағы ла егерменән ашыу активисы лайыҡ булды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика