09:04 (UTC+5), 13 Декабрь 2013

Өфө уҡыусыларын Ҡытайға саҡырҙылар

Алик Шакиров
Өфөнөң 44-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә ШОС Тикшеренеүҙәр үҙәгенең генераль секретары, Шанхай Ижтимағи фәндәр академияһының Рәсәй Тикшеренеүҙәр үҙәге (Шанхай ҡалаһы, ҠХР) директоры урынбаҫары, доктор Чжан Цзяньжун булып китте. Өфөгә уны БДПУ-ла үткәрелгән традицион Мифтахетдин Аҡмулла көндәренә саҡырғандар.
«Өфө-2015» ШОС БРИКС офис-төркөмө” автономиялы коммерция булмаған ойошмаһының матбуғат хеҙмәте һәм киң коммуникациялар департаменты эксперты Елена Арямнова хәбәр итеүенсә, Ҡытайҙан ҡунаҡты Өфөнөң 44-се мәктәбе, иң элек, уҡыусыларға физик тәрбиә биреү, спорт резервы әҙерләү өсөн майҙансыҡ булараҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Бынан тыш, 2013-2014 уҡыу йылында мәктәптә ҡытай телен өйрәнергә теләүселәр өсөн төркөм ойоштороу иғлан ителде.
Бөгөн был мәктәптә йәш спортсылар — өҫтәл теннисы, каратэ-до, шайбалы хоккей, мини-футбол, ҙур теннис, баскетбол буйынса БР йыйылма командалары ағзалары һәм Рәсәй милли йыйылма командаларына кандидаттар тәрбиәләнә.
Чжан Цзяньжун уҡыу кластарын ҡараны һәм физик культура дәрестәрендә булды. Ул, Ҡытайҙа балалар беренсенән ун икенсе класҡа тиклем уҡыған берҙәм мәктәптәр юҡ, тип билдәләне. Ҡунаҡ 44-се мәктәп уҡыусыларын һәм педагогтарын Ҡытайға саҡырҙы, етмәһә, йәшәү, туҡланыу, Даулянь, Шанхай провинциялары буйлап йөрөү, шулай уҡ уҡыусылар өсөн белем һәм таныштырыу программаларын ойоштороу буйынса бөтә сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алырға вәғәҙә итте.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика