Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.9
+1.09
91.38
+1.95
62.42
+0.2
-9 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Декабрь 2013, 14:13

Өфөлә “Алтын ҡулдар” фестивале үткәрелә

14-15 декабрҙә Өфөлә «Каруанһарай» сауҙа-эш комплексыында икенсе «Алтын ҡулдар» төбәк-ара hand-made фестивале үткәрелә. Тәүге тапҡыр был проект Рәсәйҙең 20-нән ашыу ҡалаһынан 80-ләп өҫ кейеме дизайнерҙарын, төрлө техникала эксклюзив изделиелар ижад итеүсе оҫталарҙы йыя.
Фестиваль программаһында — профессионалдар һәм килгән кешеләр өсөн ҡулдан эшләнгән изделиелар күргәҙмәһе; балалар һәм өлкәндәр өсөн бушлай Яңы йыл оҫталыҡ кластары; шоу-программа; «Изгелек» фонды менән бергә хәйриә акцияһы; Рәсәйҙең йәш дизайнерҙарының модалы өҫ кейеме коллекцияларын һәм авторҙар биҙәүестәрен күрһәтеү; оҫталарҙан 1000 һумдан ашыуға әйберҙәр һатып алыусылар, шулай уҡ фестивалдә ҡатнашыусыларҙың барыһы өсөн дә приздар уйнатыу; төрлө номинацияларҙа иң яҡшы оҫталарҙы бүләкләү.
Автор: «Башинформ»
Читайте нас: