11:17 (UTC+5), 12 Декабря 2013

«Матбуғат балы-2013» еңеүселәре онлайн-тауыш биреү юлы менән билдәләнә

Әлим Фәйезов
«Матбуғат балы-2013» сиктәрендә «Йыл журналисы» махсус номинацияһында еңеүсене билдәләү өсөн «Бәйләнештә» социаль селтәрендә онлайн-тауыш биреү башланды.
Сараны ойоштороу комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, был номинацияла наградаға республиканың һәр киң мәғлүмәт сараһы редакцияһы үҙ теләге буйынса штаттағы хеҙмәткәрҙәр иҫәбенән берәр кандидат тәҡдим итә алды. Күрһәтелгән кандидат бер нисә критерийға тап килергә тейеш. Атап әйткәндә, коллегалары араһында абруй ҡаҙанған, юғары профессиональ һәм кешелек сифаттарына эйә булған, әүҙем тормош позицияһы алып барған, 2013 йылда үҙ мәҡәләһе менән тәғәйен проблемаларҙы хәл итеүгә булышлыҡ иткән хеҙмәткәр булырға тейеш.
Был процедурала төбәктең бөтә киң мәғлүмәт саралары тиерлек ҡатнашты. Шулай итеп, «Йыл журналисы» номинацияһында онлайн-тауыш биреүҙә ҡатнашыу өсөн 33 кандидат йыйылды.
Башҡа номинацияларҙа, улар араһында «Иҡтисад һәм финанстар», «Сәйәсәт һәм йәмғиәт», «Социаль өлкә һәм мәғариф», «Мәҙәниәт һәм сәнғәт», «Спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүеше», «Һаулыҡ һәм экология», «Сәнәғәт һәм инвестициялар», «Бәләкәй ватан», «Йыл блогеры», еңеүселәр шулай уҡ онлайн-тауыш биреү юлы менән билдәләнәсәк. Конкурста ҡатнашыу өсөн уларҙың кандидатураларын ошо киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән туранан-тура эш иткән һәм аралашҡан профилле ведомстволар, ойошмалар һәм предприятиелар тәҡдим итте. «Матбуғат балы-2013» сиктәрендә награда алыуға бөтәһе 86 журналист тәҡдим ителде.
Почетлы исемгә дәғүә итеүселәрҙең береһе өсөн «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Матбуғат балы» («Бал прессы») төркөмөнә инеп тауыш бирергә мөмкин. Еңеүсе күпселек тауыш менән билдәләнәсәк.
Башҡортостандың иң яҡшы киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен бер нисә номинация буйынса наградлау тантанаһы 16 декабрҙә Өфөлә БР Ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында үткәрелә. Сараны ойоштороусылар – БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР Журналистар союзы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика