09:15 (UTC+5), 12 Декабрь 2013

Инновациялар конкурсы еңеүселәре «УМНИК» программаһы грантын алды

Розалия Вәлиева
Өфөлә «УМНИК» фәнни-техник өлкәһендә бәләкәй предприятиеларҙы үҫтереүгә булышлыҡ итеү федераль фонды программаһы буйынса инновацион проекттар конкурсының еңеүселәре иғлан ителде, тип хәбәр иттеләр БР Фәнгә ярҙам итеү һәм уны үҫтереү фондының матбуғат хеҙмәтенән.
«Мәғлүмәти технологиялар» йүнәлеше буйынса Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты Олег Целишевтың автоматлаштырылған режимда электрон баҫма платаһына һаҡ япмаһы һалыу комплексын эшләү буйынса проекты еңде. Технология төрлө өлкәлә киң ҡулланыу таба аласаҡ – автоматика, сәнәғәт электроникаһы, автомобиль электроникаһы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн электроника.
«Киләсәк медицинаһы» өлкәһендә эксперттар Рәсәй Фәндәр Академияһының Нефть-химия һәм катализ институты аспиранты Зарема Хәйруллинаның үҫемлек сеймалынан гликозоид алыу буйынса экологик саф технологияһын билдәләне, был проект лайыҡлы беренсе урынды яуланы.
«Заманса материалдар һәм уларҙы булдырыу технологиялары» йүнәлешендә Дмиртий Кононов (ӨДАТУ) һәм уның «Газ турбинаһы двигателдәре лопаткаларын түңәрәк электрохимик ысул менән эшкәртеү» проекты иң яҡшыһы тип танылды.
«Яңы приборҙар һәм аппарат комплекстары» тематикаһында Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты Булат Еникеев үҙенең параллель кинематика нигеҙендә токарь төркөмө станоктарын өйрәнеү проекты менән лидер булды.
«Биотехнологиялар» йүнәлешендә эксперт комиссияһы бер тауыштан ҡатын-ҡыҙҙарҙың репродуктив тракты дисбиотик процестарында ҡулланыла торған диагностика йыйылмаһын эшләгән Анжела Цветкованы (БДМУ) еңеүсе тип таныны.
- Үткән йыл менән сағыштырғанда быйыл вуздар менән хеҙмәттәшлек итеүҙән тыш, үҙаллы эшләнгән проекттар һаны артты, — тип билдәләне БР Фәнгә ярҙам итеү һәм уны үҫтереү фонды етәксеһе Сергей Гладких. – Финалда грант өсөн 55 ғалим көрәште. Йомғаҡтарға ҡарап, иң яҡшы 14 проект һайлап алынды: «Мәғлүмәти технологиялар», «Киләсәк медицинаһы», «Яңы приборҙар һәм аппарат комплекстары», «Биотехнологиялар» йүнәлештәре буйынса өсөшәр проект һәм «Заманса материалдар һәм уларҙы булдырыу технологиялары» йүнәлеше буйынса ике проект. Эштәр традицион критерийҙар – актуаллек, продукттың йәки технологияның техник әһәмиәте, проектты бойомға ашырыу мөмкинлеге – буйынса баһаланды.
Средстволарҙы еңеүселәр ике йыл дауамында файҙалана аласаҡ. Был маҡсатлы субсидиялар, улар инновацион проекттарҙы эшләп бөтөрөү һәм уларҙы коммерциялаштырыу стадияһына тиклем еткереү мөмкинлеге бирә.
«УМНИК» программаһының киләһе конкурсы 2014 йылдың яҙында үткәрелә. Заявкалар Фәнни-техник өлкәлә бәләкәй предприятиеларҙы үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды сайтында ҡабул ителә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика