13:16 (UTC+5), 11 Декабрь 2013

«Айыҡ ауыл - 2013» конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләйҙәр

Арина Рәхимҡолова
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл - 2013» республика конкурсында ҡатнашыусыларҙы һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үткәрелә. Быйыл ярыш үткәреү инициативаһын БР Хөкүмәте яҡлап сыҡты.
Иң айыҡ ауыл исеме өсөн 40 район һәм ҡаланан 80 ауыл биләмәһе көрәште. Урындарҙа ысын хәл менән танышыу өсөн 17 июлдән 5 сентябргә тиклем конкурс комиссияһының туғыҙ күсмә ултырышы ойошторолдо, комиссия ағзалары 61 ауыл биләмәһенә барҙы. Конкурс барышында унда ҡатнашыусылар фото һәм видео ҡушымталар менән мәғлүмәт отчеттары ебәреп торҙо.
Бөтә үткәрелгән саралар һөҙөмтәләре буйынса «Айыҡ ауыл - 2013» конкурсы еңеүселәре тип Иглин районының Үктәй ауыл Советы, Әбйәлил районы Байым ауыл Советының Рәхмәт ауылы, Бүздәк районының Төрөш ауыл Советы танылды.
Шулай уҡ конкурстың 10 номинацияһында еңеүселәр билдәләнде. Уларҙың барыһына ла аҡсалата бүләк алыу хоҡуғы биргән сертификаттар тапшырыла.
Бынан тыш, киң мәғлүмәт саралары араһында призерҙар асыҡланды. Мәҫәлән, «Айыҡ ауыл - 2013» республика конкурсын иң яҡшы яҡтыртыу һәм халыҡ араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау» номинацияһында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы еңде, «Ауыл тураһында иң яҡшы фото-, видеорепортаж» номинацияһында — «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы.
Конкурста ҡатнашҡан бөтә ауыл биләмәләре һәм ауылдар ҡатнашыусы дипломдары ала.
Бүләкләү тантанаһы Иглин районының Мәҙәниәт йортонда 13 декабрҙә 17 сәғәттә үткәрелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика