Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.39
+0.28
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Декабрь 2013, 14:55

Силәбе өлкәһендә башҡорт халҡы йолаларын ихтирам итәләр

Силәбе өлкәһендә Башҡортостан тарихына һәм мәҙәниәтенә арналған саралар үтте. Мәҫәлән, Златоуста Николай Косиков исемендәге крайҙы өйрәнеү уҡыуҙары үткәрелде. Ҡала тарихы башҡорт халҡы менән тығыҙ бәйләнгән. Златоуста борондан башҡорт сауҙагәрҙәре һәм эшҡыуарҙары йәшәгән, улар ҡаланың үҫешендә һәм йәмәғәт тормошонда ҙур роль уйнаған. Был хаҡта тулыраҡ «Башҡорт Ҡоролтайы» Силәбе өлкәһе йәмәғәт ойошмаһының Златоуст бүлеге рәйесе Данис Хужин үҙенең «Башҡорт яҙыусыһы Мәжит Ғафури ижадында Златоуст» исемле докладында һөйләне. Башҡорт шәжәрәһе тарихы тураһында Златоуст металлургия колледжы студенты Илһөйәр Мозафарова һөйләп бирҙе.
Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең матбуғат сәркәтибе Михаил Хәбиров хәбәр итеүенсә, крайҙы өйрәнеү уҡыуҙарында ҡатнашыусыларҙың бөтә материалдары ла ҡала музейы йыйынтығында баҫыласаҡ, әле унда башҡорт фольклоры һәм этнографияһының үҙенсәлекле экспонаттары һаҡлана.
Шулай уҡ ошо көндәрҙә Златоуста «Һандуғас» халыҡ бейеүҙәре һәм йыр ансамбленең концерты уҙҙы. Артистар башҡорт, ҡаҙаҡ, мишәр, татар халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡарҙы.
Силәбе өлкәһендә йәшәүселәргә РФ һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Фәнит Ҡарасурин менән Фәнүзә Хәлирәхмәнованың, милли фетивалдәрҙә күп тапҡырҙар Гран-при яулаусы Илнар Хәмиҙуллиндың һәм башҡа һәләтле йырсыларҙың сығыштары айырыуса танһыҡ булды.
Автор:Арина Рәхимҡолова
Читайте нас: