07:35 (UTC+5), 10 Декабря 2013

Республикала иң яҡшы электрон мәктәптәрҙе һайлайҙар

Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
«Электрон мәктәп» республика белем биреү форумы еңеүселәрен шишәмбе, 10 декабрҙә, иғлан итәләр. Электрон белем биреү өлкәһендә иң яҡшы тәжрибә күрһәткән 70 мәктәп-конкурсант араһынан 32 дөйөм белем биреү учреждениеһы киләһе турға үтте. Ошо көндәрҙә улар БР Мәғарифты үҫтереү институтында жюри ағзалары алдында үҙ проекттарын презентацияланылар.
- Әлеге ваҡытта был процесты техник тәьмин итеү буйынса бөтә шарттар булдырылған, тик бөгөн беҙҙең бурыс – һәр уҡытыусыны тәү сиратта электрон белем биреү сиктәрендә дәрес үткәреү методикаһына өйрәтеү, — тип билдәләне жюри рәйесе, БР мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Руслан Хәбибов.— Мәғлүмәти технологиялар белем биреү ҡоралы булыу ғына түгел, ә үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләү өсөн дә хеҙмәт итергә тейеш. Һәм бында, әлбиттә, уҡытыусының роле – иң мөһиме, был өлкәлә беҙ уны алмаштыра алмайбыҙ. Беҙҙең һуңғы һөҙөмтә – ул мәктәпте тамамлағас, юғары белем биреү учреждениеһына уҡырға инеү мөмкинлегенә эйә булған уңышлы бала.
«Электрон мәктәп» инновацион белем биреү учреждениелары форумы республикала беренсе тапҡыр уҙғарылды. Ул бөгөн смарт-белем биреү технологияһын Башҡортостандың бөтә мәктәптәрендә лә ҡулланыуҙарын күрһәтте.
Проекттарҙы баһалағанда жюри уның ышандырырлыҡ булыуын, теманың еренә еткереп эшләнеүен, үҙ-ара бәйлелекте, күрһәтмә материалдар булыуын иҫәпкә алды.
Конкурс йомғаҡтары буйынса 20 смарт-мәктәп һайлап алына. Улар үҙ тәжрибәһен төбәктең бөтә дөйөм белем биреү учреждениялары менән уртаҡлаша ала.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика