12:57 (UTC+5), 10 Декабря 2013

«Медиапрофи-2013» журналистика премияһы еңеүселәренә наградалар тапшырылды

Розалия Вәлиева
Өфөлә беренсе «Медиапрофи-2013» республика журналистика премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте.
«Медиапрофи» республика журналистика премияһы 2013 йылдың яҙында булдырылды. Беренсе ижади ярыш өсөн хәҙерге йәмғиәттә көнүҙәк булған – «Хеҙмәт кешеһе» темаһын һайларға ҡарар ителде.
- Премияның төп маҡсаты – журналистар менән ҡуйылған темаға сифатлы мәғлүмәти материал эшләү һәм ошоноң менән мөһим социаль мәсьәләне хәл итеүгә – киң аудитория алдында эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын арттырыуға булышлыҡ итеү, — тип билдәләне премияны тапшырыу тантанаһында БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов. — Минең ҡарашҡа, был маҡсаттарға ирештек: бер нисә конкурс материалдарын уҡығандан һуң һүрәтләнгән профессияларға ҡарата миндә ихтирам уянды.
- Бөтә конкурс текстары авторҙарына бик яҡшы эштәре өсөн рәхмәт, — тине БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. — Бөгөн Рәсәй предприятиеларында килеп тыуған проблемалар араһында эшсе кадрҙарҙың етешмәүе беренсе урынды биләй. Ил үҙенең геройҙарын – ябай кешеләрҙе йөҙгә белергә тейеш, уларҙың хеҙмәте дәүләтебеҙ именлегендә мөһим урын биләй. Йәштәр күмәкләп һөнәрселек училищеларына уҡырға инә башлаһа ғына беҙҙең бөтә башланғыстарҙың һөҙөмтәһе күренәсәк. Бөгөн, әйтәйек, уҡытыусылар йәки табиптар нисек хөрмәтләнһә, иң яҡшы ашнаҡсылар, водителдәр йәки слесарҙар ҙа юғары дәүләт кимәлендә шулай тәбрикләнәсәк.
«Медиапрофи-2013» журналистика премияһының бүләк фонды 600 мең һум тәшкил итте. Конкурсҡа теле- һәм радиоканалдар, киң мәғлүмәт саралары, интернет-баҫмалар тарафынан бөтәһе 273 эш ебәрелгән. Беренсе урын яулаусылар 50 мең һумлыҡ сертификат алды, ә икенсе һәм өсөнсө урын яулаусы журналистарға планшетлы компьютерҙар тапшырылды.
Премия партнеры – «Фармленд» дарыухана селтәренең махсус бүләген «Эксперимент. Фармация илендә» мәҡәләһе өсөн Айгөл Шаһиева («Яңауыл таңдары» гәзите) алды. Премияның генераль партнеры – «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционеҙар йәмғиәтенең махсус бүләген «Испытано на себе» материалдар циклы өсөн «Комсомольская правда» гәзите редакцияһының ижади төркөмө алды.
- Беҙҙең компания был конкурсты үткәреүҙә ҡатнашыуҙы кәрәкле тип тапты, — тип үҙ фекерен белдерҙе «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционеҙар йәмғиәтенең төбәк коммуникациялар бүлеге начальнигы Рөстәм Таймасов. — Беҙҙең предприятиелар кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү буйынса шундай уҡ ҡыйынлыҡтар кисерә – айырыуса был эшсе һөнәрҙәргә ҡағыла. Был көнүҙәк теманы хәл итеүгә ҡушылған һәм бының менән беҙгә ярҙам иткән журналистарға үтә рәхмәтлебеҙ.
«Медиапрофи-2014» республика премияһы сиктәрендә журналистика оҫталығы конкурсы темаһы, ойоштороусылар әйтеүенсә, яҡын арала иғлан ителәсәк. 2013 йылда еңеүселәр исемлеген «Электрогазета» материалында уҡырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика