11:10 (UTC+5), 10 Декабря 2013

Баш ҡалала бик күп боҙ ҡаласаҡтары барлыҡҡа киләсәк

Арина Рәхимҡолова
Өфөлә быйыл ҡыш 22 боҙ ҡаласығы барлыҡҡа киләсәк һәм 50-нән ашыу шыршы ҡуйыласаҡ. Был турала оператив кәңәшмәлә ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов һөйләне. Яңы йылды байрамы көндәрендә Башҡортостандың баш ҡалаһында әлегә тиклем был тиклем майҙансыҡтар булмағайны.
- Беҙ быны махсус рәүештә бөтә биҫтәләр халҡы ҡаланың бер осонан икенсе осона йөрөмәйенсә байрам итә алһын өсөн эшләйбеҙ, — тине Ирек Ялалов.
Шулай уҡ Яңы йыл каникулдарында ял иткәндә ҡала халҡының именлеген тәьмин итеү төп мәсьәлә булып тора, тип билдәләне сити-менеджер.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Ленин исемендәге майҙанда ҡаланың төп шыршыһын асыу тантанаһы 25-26 декабргә планлаштырылған. Боҙ ҡаласығы бында һәр ваҡыттағыса йондоҙнәмә билдәләренә бәйле биҙәләсәк. Байрам ҡаласығының скульптуралары, элементтары һәм композицияларының төп канвойы ат һәм «2014» һаны буласаҡ. Шулай уҡ ҡала халҡы ике ҙур боҙ тауынан шыуып рәхәтләнәсәк, «Вьюговей-2014» фестивален уҙғарыу өсөн урын бүленә, мәктәпкәсә тиклем йәштәге балалар өсөн майҙансыҡтар һәм туҡланыу пунктары булдырыла. Майҙанды биҙәгәндә яңы технологиялар һәм скульптураларҙы яҡтыртҡыс менән заманса композициялар ҡулланыласаҡ, Ленин һәйкәле артында һырғалаҡ буласаҡ. Бөгөнгө көнгә майҙанда 27 метр бейеклегендәге Яңы йыл шыршыһы ҡуйылған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика