10:25 (UTC+5), 06 Декабря 2013

Салауат Сәғитов: “Муттар саммит һылтауы менән байырға маташа”

Сергей Захаров
«Башҡортостанда республика һәм Өфө бизнесына, дәүләт учреждениеларына, йәнәһе, 2015 йылда ШОС һәм БРИКС саммиттарында ҡатнашыусылар араһында таратыласаҡ китапта уның тураһында презентация материалдары баҫырға тәҡдим итеүсе ойошмалар барлыҡҡа килде», — тип хәбәр итте журналистар менән осрашыуҙа БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов. Ул әле үк ошондай бер нисә хәл теркәлеүен билдәләне.
«Мутлашыусылар, Өфө хакимиәте башлығы йәки хөкүмәт ағзалары менән килешелгән тип, ялған хат күрһәтәләр. Был бизнесты беҙ тыя алмайбыҙ, әммә рәсми рәүештә шуны белдерәбеҙ — был баҫмалар саммиттарҙа Өфөнөң презентация кейсына эләгеренә бер ниндәй гарантия юҡ. Саммит үткән көндәрҙә таратыласаҡ һәр баҫма, сувенир һәм башҡа продукция Башҡортостан Хөкүмәте менән килешеү буйынса «Өфө-2015» ШОС БРИКС офис-төркөмө» тарафынан ғына әҙерләнә һәм Рәсәй Президенты Хакимиәте тарафынан раҫлана», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды вице-премьер.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика