Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.89
+0.03
90.11
-2.03
65.58
+0.62
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2013, 17:02

Баш ҡала урамдары ҡарҙан таҙартыла

Өфө юлдарына Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы линияһы буйынса 300-ләп берәмек коммуналь техника сыҡты. 300-ләгән юл хеҙмәткәрҙәре транспорт йөрөгән юлдарҙы ҡарҙан таҙарта. Тағы ла 129 техника берәмеге һәм 940 урам һепереүсе йорт эргәһе территорияларын һәм юлдарҙы йыйыштыра.
5 декабрҙән 6-һына ҡарата төндә Өфөлә елдең көсәйеүе, ҡар яуыуы һәм буран күҙәтелде. Әлеге ваҡытта ошондай уҡ һауа торошо һаҡлана. Килеп тыуған һауа шарттарына бәйле, ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре көсөргәнешле режимда эшләй: урамдар тәүлек әйләнәһенә таҙартыла, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.
Автор:Людмила Терновая
Читайте нас: