05:31 (UTC+5), 05 Декабря 2013

Өфөлә ауырыу балаларға ярҙамға хәйриә концерты үткәрелә

Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
5 декабрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһында Ҙур театр йондоҙҙары Алина Яровая (сопрано), Василий Ладюк (баритон), Петр Дмитриев (фортепиано) һәм джаз музыкаһы оҫталары — A'cappella ExpreSSS төркөмө һәм Олег Кирәев (саксофон) ҡатнашлығында хәйриә концерты үткәрелә.
«Классика һәм джаз» концертын «Мәрхәмәт» хәйриә фонды ойоштора.
«Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында проектты ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, 2 меңдән 8 мең һумға тиклем торған концертҡа билеттар бер аҙна эсендә һатылып бөттө. Сығыштан төшкән аҡсаларҙы «Мәрхәмәт» фонды ауыр сирле балаларҙы дауалауға йүнәлтәсәк. Фонд президенты Айгөл Гәрәева әйтеүенсә, «беренсе сиратта ярҙам Башҡортостандың өс бәләкәй кешеһенә күрһәтеләсәк. Һирәк генетик сир — тубероз склерозы менән яфаланыусы 12 йәшлек Артем Сәйетовҡа Америка клиникаһында тикшеренеү үтергә кәрәк; бер йәшлек Мәҙинә Солтанованы Екатеринбург клиникаһында операцияға көтәләр — ҡыҙыҡайҙың аңҡауы ярыҡ; антибиотиктарҙы артыҡ биреү арҡаһында һаңғырау булып ҡалған дүрт йәшлек Амалия Сәләхетдиноваға ике ишетеү аппараты кәрәк».
— Балаларға ярҙам итеү еңелдән түгел, ләкин быны кемдер эшләргә тейеш бит, — тине «Мәрхәмәт» фондының Попечителлек советы рәйесе Гөлшат Хәмитова.
Был фонд ойошторған дүртенсе мәрхәмәтлек концерты. 40-тан ашыу бала Рәсәй клиникаларында ҡиммәтле дауаланыу үтте.
«Беҙ йөрәк тауышына ҡолаҡ һалырға саҡырҙыҡ, концерттың исеме лә шунан – «Йөрәк тауышына ҡолаҡ һал», — тине Гөлшат Хәмитова
«Был уникаль концерт, бер көндә беҙ классиканы ла, джазды ла берләштерәсәкбеҙ, — тине билдәле джазмен, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Кирәев. — Музыканттар был хәйриә кисәһендә сығыш яһарға шатланып риза булды».
Концерт программаһына ярашлы ябыҡ аукцион планлаштырылған, унда 10 лот сығарыласаҡ. Аукциондан алынған бөтә аҡса «Йөрәк линияһы» программаһы буйынса балаларҙы дауалауға йүнәлтеләсәк.
Концерт 19 сәғәттә башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика