06:40 (UTC+5), 04 Декабря 2013

Инвалидтарға уңайлы мөхит булдырыуға федераль бюджеттан 100 миллион һум аҡса бүленә

Эльмира Сабирова
Башҡортостан инвалидтар өсөн уңайлы мөхит булдырыуға федераль бюджеттан 100 миллион һумдан ашыу аҡса ала. Республика үҙе лә шул тиклем үк сумма бүлә. Был турала «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте.
Уның әйтеүенсә, инвалидтар өсөн уңайлы мөхит булдырыу буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу киләһе йылда тағы ла әүҙемерәк алып барыласаҡ, сөнки финанслау күләме федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсалар иҫәбенә һиҙелерлек артасаҡ.
Уңайлы мөхит — ул цивилизацияға аҙым, һәм уны бөтә ерҙә лә индерергә кәрәк, тип иҫәпләй Ленара Иванова.
Бында, инвалидтар йәмәғәт ойошмалары етәкселәре билдәләүенсә, «уңайлы мөхит» төшөнсәһе — ул пандустар төҙөү генә түгел, шулай уҡ мәғлүмәти һәм социаль-мәҙәни шарттар булдырыу ҙа.
Брифинг Халыҡ-ара инвалидтар көнөндә үткәрелде, әммә Ленара Иванова билдәләүенсә, был байрам түгел, ә «инвалидтарға айырым иғтибар һәм ярҙам көнө».
Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда инвалидтар һаны бер аҙ кәмей, шул уҡ ваҡытта инвалид балалар һаны арта. Иң элек, был яңы тыуған сиктән тыш бәләкәй сабыйҙарҙы аяҡҡа баҫтырыу менән бәйләнгән.
Инвалидты реабилитациялауҙың юғары нөктәһе итеп Ленара Иванова уны эшкә урынлаштырыуҙы атаны. Әммә әлегә был ҙур проблема.
— Эш биреүселәрҙең бурысы — эшкә урынлаштырыу буйынса квоталарҙы күҙәтеү, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды министр. — Әгәр законды боҙһалар — штраф һалынасаҡ.
Коррекцион белем биреү тураһында һөйләгәндә, ведомство башлығы, ул инклюзив белем биреү менән бер рәттән алып барылырға тейеш, тип билдәләне. Ләкин бында ла проблемалар етерлек. Иң мөһиме – уҡытыу сифаты. Бөгөн был коррекцион мәктәптәрҙә эшләрлек уҡытыусылар әҙерләү планында дәүләт сәйәсәте юҡ. Республикала бындай мәктәптәр 47.
— Әгәр унда эшләрлек уҡытыусылар булмаһа, унан кемдәр сығарылыр – әйтеүе ҡыйын, — тип билдәләне Ленара Иванова. — Инвалид балалар уҡый алырлыҡ коррекцион мәктәптәрҙең һәм ҡәҙимге колледждарҙың төп бурысы — кешене аҙаҡтан үҙен-үҙе тәьмин итеп йәшәй алырлыҡ оҫталыҡ менән ҡоралландырыу.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика