15:06 (UTC+5), 03 Декабрь 2013

Туҡталыштарҙа “почта тәҙрәләре” асырға планлаштырыла

Розалия Вәлиева
Йәмәғәт транспорты туҡталыштарында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр ҡабул итеү өсөн «почта тәҙрәләре» асыу планлаштырыла, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Рәсәй Почтаһы филиалының Федераль почта хеҙмәте идаралығы матбуғат секретары Борис Слуцкий.
Түләү пункттары асыуҙы Затон күперенә ингән саҡта «Йәшел тау» туҡталышында асылған беренсе почта тәҙрәһе эшмәкәрлегенә анализ яһағандан һуң хәл итәсәктәр.
— Беҙ был пункттың рентабеллелегенә анализ яһаясаҡбыҙ, — тип аңлатты Борис Слуцкий. — Әлбиттә, бындай почта бүлексәләре булдырыуҙың маҡсаты — аҡса эшләү түгел, ә сираттарҙы кәметеү. Әгәр уларҙың эшмәкәрлеге зыян килтермәһә, бындай тәҙрәләр ҡалала ла асыласаҡ. Беренсе сиратта, Сипайлово биҫтәһендә, унда 120 мең кешегә ни бары дүрт почта бүлексәһе тура килә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика