Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
19+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Декабрь 2013, 18:45
Яңы йыл каникулдары Башҡортостанда 8 көнгә һуҙыла
Рәсәй Федерацияһында Яңы йыл каникулдары 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуарға, 7 ғинуар Раштыуа байрамына тура килә, улар эшләмәгән байрам көндәре булып иҫәпләнә, тип хәбәр иттеләр республиканың Хеҙмәт министрлығынан.
2014 йылда эшләмәгән байрам көндәре 4 һәм 5 ғинуар шәмбе һәм йәкшәмбегә тап килә. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең «2014 йылда ял көндәрен күсереү тураһында»ғы ҡарарына ярашлы, ял көндәре – шәмбе 4 ғинуарҙан 2 майға, йәкшәмбе 5 ғинуарҙан йома 13 июнгә күсерелә.
Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында байрамдарға бәйле 2014 йылдың 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7 һәм 8 ғинуары Башҡортостанда ял көндәре булып иҫәпләнә. 2013 йылдың 31 декабрендә эш оҙонлоғо бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
яңы йыл
каникулдар
Читайте нас: