Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-22 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Декабрь 2013, 15:54
Башҡортостанда һауа торошоноң насарайыуы көтөлә
Андрей Старостин
Бөгөн, 2 декабрҙә, Башҡортостан территорияһында һауа торошоноң насарайыуы көтөлә. Синоптиктар ҡар яуыуын, епшек ҡарҙың сымдарға һәм ағастарға йәбешеүен фаразлай. Урыны менән юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ел йүнәлеше секундына 15-20 метрға тиклем көсәйәсәк.
«Урамда йөрөгәндә именлек тураһында иҫтә тоторға кәрәк: электр тапшырыу линиялары, ағастар, реклама щиттары эргәһенән үтмәҫкә тырышығыҙ», — тип иҫкәрттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
Автор:
Ольга Мортазина
Теги:
һауа торошо
Читайте нас