09:09 (UTC+5), 29 Ноября 2013

Йәштәр йәмәғәт палатаһының яңы составы ойошторола

Людмила Терновая
Башҡортостанда республика Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы составына йәштәр һәм балалар йәмәғәт берләшмәләре вәкилдәрен конкурс нигеҙендә һайлап алыу башланды. Парламент ултырышында республика Президенты һәм Дәүләт Йыйылышы Президиумы күрһәтеүе буйынса 20 ағза раҫланды. Хәҙер уларға конкурс нигеҙендә тағы 15 йәштәр парламенты ағзаһын һайлап алырға кәрәк.
Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары биш кешенән торған конкурс комиссияһын һайланы, ул Йәштәр йәмәғәт палатаһына конкурс үткәреү буйынса эш алып барырға тейеш. Һайлап алыу өс этапта үтәсәк. 28 ноябрҙән 8 декабргә тиклем палата составына инергә теләүселәр комиссияға кәрәкле документтар килтерергә тейеш: йәштәр йәки балалар йәмәғәт берләшмәһенең коллегиаль органы ҡарары, конкурста ҡатнашыу тураһында ғариза; анкета һәм «Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы булғас, мин нимә эшләргә теләйем» темаһына ижади эш.
9-11 декабрҙә үтәсәк икенсе этапта, конкурс комиссияһы ағзалары тапшырылған материалдар нигеҙендә кандидаттар һайлап аласаҡ. Комиссияға иң күбе 25 кандидат һайлап алырға кәрәк.
Конкурстың 12 - 16 декабрҙә үтәсәк өсөнсө этабында Йәштәр йәмәғәт палатаһының раҫланған ағзалары кандидаттар менән әңгәмәләшәсәк, кандидаттар үҙ ижади эштәрен яҡлаясаҡ һәм дәғүселәр араһынан иң лайыҡлы 15 кеше һайлап алынасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика