07:06 (UTC+5), 29 Ноября 2013

Төркиә инвесторҙары Өфөлә метробус маршруты һалырға тәҡдим итә

Розалия Вәлиева
Төркиә инвесторҙары Өфөлә 23 километр оҙонлоғонда метробус маршруты һалырға планлаштыра, ул аэропорттан башланып Сельская Богородская урамына тиклем һуҙылырға тейеш, тип хәбәр итә Өфө хакимиәте матбуғат хеҙмәте.
Метробус проекты мэрияла төрөк компаниялары вәкилдәре менән ентекле тикшерелде. Осрашыуҙа «KAPİTALNET A.Ş.» (Истанбул) финанс-инвестиция компанияһы генераль директоры Джошкун Акдениз, Yorum Construction компанияһы генераль директоры Имадеттин Топал, Мәскәүҙәге Yorum Construction компанияһының коммерция директоры Илькай Эрдоган, Төркиәнең Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр советының Өфөләге вәкиле Әхмәт Гекхан Эртекин ҡатнашты.
Сентябрҙә Төркиә эшҡыуарҙары Өфөлә метробус линиялары төҙөүҙе проектлау этабынан алып файҙаланыуға тапшырғанға һәм тиҙлекле автобустар һатып алғанға тиклем финансларға әҙер булыуҙары хаҡында белдерҙе. Әлеге ваҡытта Төркиә яғы «Метробус» муниципаль-шәхси партнерлыҡ проектын башлау буйынса заявка-тәҡдим әҙерләне, унда төп шарттар һәм йөкләмәләр телгә алына. Эшҡыуарҙар метробустың ике вариантын индерергә тәҡдим итә: бөгөн, атап әйткәндә, Истанбулда файҙаланылған һәм газ яғыулығында эшләгән классик төрө; икенсе вариант — электрогаз двигателе менән эшләгән яңы быуын метробусы. Ике вариант та 18 һәм 24 метр оҙонлоғонда үҙ-ара ҡушылған автобустарҙан ғибәрәт.
Проектты тормошҡа ашырыуҙың икенсе этабында маршруттың дөйөм оҙонлоғо 55 километрға тиклем артасаҡ. Өҫтәмә коридорҙарҙың урыны муниципалитет менән килешеп билдәләнәсәк.
Компания Истанбулда метробус линиялары төҙөү тәжрибәһенә эйә һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә был проектты Өфөлә ғәмәлгә ашырыу өсөн команда йыя аласаҡ. Джошкун Акдениз, бөтә конкурс процедураларын үткән осраҡта уның компанияһы проектты ике йылда бойомға ашыра аласаҡ, тип белдерҙе.
Төркиә инвесторҙары Ҡулса урамындағы 131-се йортта урынлашҡан бала табыу йортон киңәйтеү, реконструкцилау һәм яңыртыу, Өфөлә бер балалар клиникаһы һәм биш яңы дөйөм клиника төҙөү кеүек проекттарҙа ҡатнашырға теләүен белдерҙе.
Заявка-тәҡдимдәр билдәләнгән тәртиптә ҡараласаҡ, шунан һуң ғына Өфөлә берлектәге муниципаль-шәхси партнерлыҡ проекттарын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге тураһында ентекле һөйләшеү үткәреләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика