06:14 (UTC+5), 29 Ноябрь 2013

Константин Толкачев: «Өфө Ҡазандан йәше буйынса ғына ҡалыша»

Арина Рәхимҡолова
Өфө Ҡазандан тик йәше буйынса ғына ҡалыша, тине «Живой журнал»дағы үҙ сәхифәһендә халыҡ менән онлайн режимында аралашҡанда Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. Республика парламенты спикеры «Константин Борисович, ни өсөн беҙ һәр саҡ Ҡазан менән ярышабыҙ һәм һәр ваҡыт еңеләбеҙ?», тигән аноним һорауға яуап бирҙе.
- Әгәр һеҙ хоккейҙы күҙ уңында тотһағыҙ, беҙ йыш ҡына еңәбеҙ. Әгәр нимәләлер еңеләбеҙ икән, йәш айырмаһында ғыналыр, моғайын. Әйткәндәй, ҡазанлыларға Өфө бик оҡшай, улар ҙа шулай уҡ үҙ ҡалаһы власын тәнҡитләй. Ярыш виртуаль характерҙа, ул матдилаштырылмаған һәм «еңеүсе» тураһында мәсьәлә бәхәсле, — тип белдерҙе Константин Толкачев.
БР Дәүләт Йыйылышы Рәйесе блогерҙар менән кесе йома, 28 ноябрҙә, онлайн-әңгәмәләшеү үткәрҙе. Элемтә сеансы барышында 20 һорау килде һәм уларға яуаптар бирелде.
«Бөгөнгө аралашыуҙа ҡатнашыусыларға барыһына ла рәхмәт белдерәм. Бөтә һорауҙарға ла шунда уҡ яуап биреп булманы, барлыҡ һүрәтләнгән хәлдәрҙең айышына төшөнөргә тырышырбыҙ һәм тулы яуаптар бирербеҙ», — тип яҙған Константин Толкачев.
Республика парламенты спикерының бындай әңгәмәләшеү форматы элек тә уңышлы ҡулланылды. Шуға бәйле ул «ҡалған депутаттарҙы ла быға өйрәтергә» ниәтләүен белдерҙе.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика