06:36 (UTC+5), 27 Ноября 2013

Стәрлетамаҡта республика Кейекбай уҡыуҙары үтте

Арина Рәхимҡолова
Стәрлетамаҡта 3-сө гимназияла халыҡ-ара Туған тел, яҙма һәм мәҙәниәт көнөнә арналған «Кейекбай уҡыуҙары» ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Форум Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән раҫланған «2012 – 2016 йылдарға Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү» республика маҡсатлы программаһына ярашлы үткәрелде.
Конференцияны үткәреү урыны осраҡлы ғына һайланманы — 3-сө гимназия форум инициаторы булып тора һәм Йәлил Кейекбаев исемен йөрөтә. Мәктәп музейында танылған ғалим һәм педагогтың тормошо һәм ижады тураһында бай материал тупланған. Гимназия уҡытыусылары уның эшен уңышлы дауам итә.
Конференцияны асыу тантанаһында Стәрлетамаҡ хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Гөлнур Илмәтова Йәлил Кейекбаевтың тормошо тураһында һөйләне. Ул башҡорт тел ғилемен һәм тюркологияны үҫтереүгә ҙур өлөш индергән күренекле ғалим-тел белгесе, теоретик булды, тип билдәләне үҙ сығышында Гөлнур Илмәтова.
Кейекбай уҡыуҙарында ҡатнашыусылар йылдан-йыл арта бара. Быйыл форумға республиканың төрлө ҡалаларынан һәм райондарынан, шулай уҡ Яр Саллыһы ҡалаһынан (Татарстан Республикаһы) 250-нән ашыу вәкил килде.
Ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашыу өсөн 384 уҡыусы һәм студенттың, 149 педагог һәм методистың эштәре тәҡдим ителде. Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыларынан торған квалификациялы комиссия Башҡортостандың 40 район һәм ҡалаһынан һәм Татарстандан 160 уҡыусының, 47 уҡытыусы һәм методистың эшен ентекле ҡарап һайлап алды. Иң яҡшы эштәрҙе материалдар йыйынтығына берләштереп, конференцияла ҡатнашыусыларға тәҡдим ителде.
Уҡыусылар өсөн конференция эше 10 секцияла ойошторолдо, ә уҡытыусылар һәм методистар өсөн — ике түңәрәк өҫтәлдә. Секциялар һәм түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороу өсөн Башҡорт дәүләт университеты һәм ӨДНТУ филиалдарынан, шулай уҡ Стәрлетамаҡ күп профилле профессиональ колледжынан ғалимдар, методистар һәм уҡытыусылар саҡырылды.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика