11:37 (UTC+5), 26 Ноября 2013

Төбәк Пенсия фондын Федераль казначействоға күсереү буйынса әҙерлек

Ғәлиә Нәбиева
Пенсия фонды идаралығы рәйесе урынбаҫары Наталия Петрова Башҡортостан Республикаһы буйынса Пенсия фонды бүлегенең эше менән танышты һәм республиканың ҡала һәм район Пенсия фонды идаралығы начальниктары менән кәңәшмә үткәрҙе.
Идаралыҡ рәйесе урынбаҫары Рәсәй Федерациһы Пенсия фонды бюджетын Федераль казначейство аша касса хеҙмәтләндереүенә күсеү мәсьәләһен ентекле аңлатты. Башҡортостан – касса хеҙмәтләндереүенә күсеү буйынса «эксперименталь» төбәктәр иҫәбендә. Әлеге ваҡытта республика әҙерлек саралары үткәрә һәм технологик процестарға тест буйынса һынау үтә.
Наталия Петроваға яңы эштәрҙе, шул иҫәптән республиканың барлыҡ идаралыҡтарында эшләп килгән «Рәсәй Пенсия фонды идаралыҡтарында ҡабул итеүгә яҙылыу - Өфө» программаһын күрһәттеләр. Ул клиенттарға идаралыҡҡа шәхси мөрәжәғәт иткәндә йәки инфомат аша үҙҙәренә уңайлы ваҡытта ҡабул итеүгә яҙылырға, документтар алыуға заказ бирергә һәм телефон буйынса белешмә алырға мөмкинлек бирә. Пенсия фонды идаралығы вәкиле Стәрлетамаҡта страховка түләүҙәрен туплау буйынса эште ойоштороу менән танышты.
- 2014 йылда беҙҙе күп үҙгәрештәр көтә, уларҙың иң мөһимен айырып әйтеүе лә ҡыйын. Башҡортостан буйынса фонд бүлеге йылдан-йыл Пенсия фондына пилот программалары индерергә яҙрам итә һәм Рәсәй төбәктәре өсөн яңы программалар әҙерләй, — тине Наталия Петрова. — Беренсе булыу, төп эшмәкәрле менән шөғөлләнеү һәм бер үк ваҡытта яңы программаларға тест һынауы үткәреү бик ҡыйын ул. Тик һеҙҙең баһалап бөткөһөҙ тәжрибәгеҙ һәм белемегеҙ ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеүгә булышлыҡ итәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика