05:40 (UTC+5), 26 Ноября 2013

Башҡортостан Хөкүмәтендә Павел Астахов инспекция тикшереүенә һығымталар яһаны

Ольга Мортазина
Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов республика Хөкүмәтендә кәңәшмә үткәрҙе, ул унда опека учреждениеларын планлы тикшереүгә йомғаҡ яһаны.
- Байтаҡ етди проблемалар һәм закон боҙоуҙар асыҡланды, әммә, ғөмүмән алғанда, хәлдәр ҡәнәғәтләнерлек, — тине балалар омбудсмены. — Бындай тикшереүҙәрҙең төп асылы – хеҙмәткәрҙәрҙе шелтәләү түгел, ә аҡыллы һәм һөҙөмтәле эшләргә өйрәтеү. Сөнки, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оҙаҡ йылдар бының менән бер кем дә шөғөлләнмәне.
Павел Астахов вице-премьер Лилиә Ғүмәроваға балалар йорттары һәм социаль приют етәкселәре менән ойоштороу кәңәшмәһе үткәреп, унда «тәрбиәләнеүселәрҙең шәхси эштәрендә нимә булырға тейешлеген ентекле аңлатырға» һәм төрлө органдар һәм структуралар менән үҙ-ара эшләү өсөн берҙәм стандарттар индерергә тәҡдим итте. Бындай сара директорҙарҙы законды боҙмаҫҡа мәжбүр итәсәк.
Тикшереү барышында асыҡланған тупаҫ закон боҙоуҙар араһынан балалар омбудсмены «Маячный» балалар йортонан 15-йәшлек тәрбиәләнеүсенең ике бүлмәле фатирын айына 300 һумға ҡуртымға тапшырыуҙарын билдәләне. Шул уҡ ваҡытта үҫмер иҫәбенә аҡса тулы күләмдә күсмәгән. Учреждениела торлаҡты ҡуртымға алыусының исемен әйтергә ҡыйынһындылар.
Етемдәрҙең милек хоҡуҡтарын боҙоу Йылайыр коррекцион мәктәп-интернатында, Асҡар, Түбә, Салауат балалар йорттарында асыҡланды. Хоҡуҡ яҡлаусы приставтар хеҙмәтенә лә үҙ дәғүәһен белдерҙе: алимент алырға тейеш күп балалар уларҙы алмай. Бушлай дауаланыу һәм реабилитациялау саралары менән тәьмин ителеү хоҡуғына эйә булған ҡайһы бер инвалид балаларҙың аҡсаһы кәрәкле кейем алыуға тотонолған. Яңауыл районында балаларҙың иҫәптәренән даими рәүештә көнкүреш кәрәк-яраҡтары өсөн аҡса алынған, шул уҡ ваҡытта һатып алыуҙарҙы дәлилләүсе чектарҙы күрһәтә алманылар.
Балаларҙың именһеҙлеге проблемаларынан Павел Астахов ҡыҙҙарҙың үҫмер саҡта йөккә ҡалыуын айырып билдәләне. Былтыр ике мең бәлиғ булмаған ҡыҙҙың йөккә ҡалыуы теркәлде. 1006 йөклөлөк аборт менән тамамланды, 139 ҡыҙ йылына ике тапҡыр аборт яһатты. 127 ҡыҙ бала табыу йорттарында сабыйҙарынан баш тартты. Бынан тыш, нәҡ ҡыҙҙар араһында тәртип боҙоуҙар артты. «14 йәшкә тиклемге ҡыҙҙарҙың йөклөлөгө криминаль характерҙа булыуы ихтимал», — тип үҙ фекерен белдерҙе омбудсмен һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарын бындай эштәрҙе ентекләп тикшерергә саҡырҙы.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика