11:10 (UTC+5), 22 Ноября 2013

Башҡортостан – ҡышҡылыҡҡа әҙерлек буйынса Рәсәйҙә дүртенсе урында

Эльвира Латипова
Башҡортостан ҡышҡылыҡҡа әҙерлек сифаты буйынса Рәсәй төбәктәре рейтингында дүртенсе позицияла тора. Рейтингты төҙөүсе — РФ Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы — Рәсәй Федерацияһы субъекттарының башҡарма власть органдары эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеген көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерләнеү һәм уны үткәреү мониторингы һөҙөмтәләре буйынса баһаланы.
БР Торлаҡ надзоры буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, интеграль күрһәткескә йылытыу миҙгеленә әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса бөтә саралар инә. Йылылыҡ, һыу, газ һәм электр менән тәьмин итеү объекттарының торошо, торлаҡ фондының һәм инженер инфраструктураһының ҡышҡылыҡҡа әҙерлек паспорттарының, авария хәленә яғыулыҡ запастарының һәм резерв энергия сығанаҡтарының булыуы, асыҡланған етешһеҙлектәрҙе ваҡытында бөтөрөү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларының һәм халыҡтың коммуналь ресурстар менән тәьмин итеүселәр алдында бурысын кәметеү иҫәпкә алынды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика