Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
22+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2013, 11:56

Янғынға ҡаршы айырым режим билдәләнде

20 ноябрҙә Башҡортостан территорияһында янғынға ҡаршы режим индерелде, ул 2014 йылдың 10 ғинуарына тиклем дауам итәсәк. Был турала бойороҡҡа республика Хөкүмәтендә ҡул ҡуйылды.
Башҡарма власть органдарына, район һәм ҡалалар хакимиәттәренә мотлаҡ тәртиптә был осорҙа пиротехник изделиеларҙы таратҡанда һәм ҡулланғанда янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса саралар комплексын үтәргә, кешеләр күпләп килеү өсөн тәғәйенләнгән объекттары булған ойошмалар етәкселәрен саҡырып, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссиялар ултырыштарын үткәрергә, белем биреү, һаулыҡ һаҡлау, халыҡты социаль яҡлау учреждениеларының, төнөн йәки тәүлек әйләнәһенә граждандар килгән мәҙәни-күңел асыу йорттарының (ресторандар, кафе, күңел асыу комплекстары, клубтар, мәҙәниәт йорттары һәм башҡалар), шулай уҡ дөйөм ятаҡтар, ҡунаҡханалар, сәнәғәт, төҙөлөш һәм башҡа ойошмаларҙың дежур пресоналы менән янғынға ҡаршы режимды көсәйтеү һәм янғын сығыуын иҫкәртеү һәм кешеләрҙе эвакуациялау буйынса өҫтәмә инструктаж үткәреү буйынса саралар күрергә, учреждениелар етәкселәренә заводта әҙерләнмәгән йылытыу приборҙары ҡулланыуҙы тыйырға; муниципаль берәмектәрҙең бөтә янғын һүндереү формированиеларында тәүлек әйләнәһенә дежур итеүҙе ойошторорға, янғын һүндереү техникаһының техник торошон һәм кәрәкле күләмдә яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин ителеүен тикшерергә; юлдарҙы, янғын һүндереү өсөн файҙаланылған һыу сығанаҡтарын ҡарҙан таҙартыу, ҡала-ауылдарҙы тотороҡло телефон элемтәһе менән тәьмин итеү буйынса саралар күрергә; хоҡуҡ һаҡлау органдары, дәүләт янғынға ҡаршы хеҙмәт хеҙмәткәрҙәрен, ирекле янғынға ҡаршы формированиелар ағзаларын, муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре, социаль хеҙмәттәр һәм башҡа ҡыҙыҡһынған ведомстволар һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеп, күсмә патруль төркөмдәре ойошторорға; кешеләр күпләп йыйылған урындарҙа, торлаҡ секторында, баҡсасылыҡ кооперативтарында, төҙөлөш объекттары территорияһында кешеләр йәшәгән урындарҙа профилактика рейдтары үткәрергә; асарбаҡтарҙың сарлаҡ, подвал биналарына, йылылыҡ изоляцияһы камераларына кереүен иҫкәртеү буйынса саралар күрергә ҡушылды.
Көс структураларына — Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм Эске эштәр министрлыҡтарына — «Дәүләт контроле (надзоры) һәм муниципаль контроль үткәргәндә юридик шәхестәрҙең һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау тураһында» Федераль закон талаптарын иҫәпкә алып, кешеләр күпләп йыйылған объекттарҙы, шул иҫәптән мәҙәни-күңел асыу учреждениеларын һәм пиротехник изделиелар һатыусы сауҙа нөктәләрен хәүефһеҙ файҙаланыуҙы тәьмин итеүгә контроль яһау буйынса пландан тыш саралар үткәреүҙе ойошторорға; алкоголь һәм тәмәке продукцияһын һатыу өлкәһендә сикләүҙәр һәм тыйыуҙар билдәләү буйынса закондарҙы үтәүгә контроль яһарға тәҡдим ителде, тип хәбәр ителә Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайтында .
Автор:Сергей Захаров
Читайте нас: