07:00 (UTC+5), 21 Ноябрь 2013

Кремлгә шыршы байрамына төбәктән 115 уҡыусы барасаҡ

Эльмира Сабирова
Быйыл Кремлгә шыршы байрамына Башҡортостандан 115 уҡыусы барасаҡ, тип хәбәр иттеләр республиканың Мәғариф министрлығынан. Сағыу яңы йыл тамашаһы 26 декабргә билдәләнгән.
Һәр ваҡыттағыса, Кремлдәге шыршы байрамында уҡыуҙа, спортта, ижадта ҙур ҡаҙаныш яулаған уҡыусылар, шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән һәм хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренән балалар ҡатнаша. Уларҙың йәше – 8-14 йәштәр.
- 24 декабрҙә бөтә республиканан уҡыусылар Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт гимназия-интернатында йыйыласаҡ, ә 25 декабрҙә махсус рейс менән Мәскәүгә осасаҡ, — тип хәбәр итте БР Мәғариф министрлығының бүлек начальнигы Мәрүә Ғилметдинова. — Илдең бөтә делегациялары, ете мең самаһы кеше, «Измайлово» ҡунаҡхана комплексына урынлаштырыласаҡ. Кисен балалар комплекстың концерт залына «Фунтик» эстрада-цирк тамашаһына барасаҡ.
Төп тантана 26 декабрҙә 12 сәғәттә Дәүләт Кремль Һарайында үтәсәк. Яңы йыл спектакле башланыр алдынан фойела Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ҡатнашлығында тамаша буласаҡ, дизайн-студиялар, уйын майҙансыҡтары, техник һәм һынлы сәнғәт оҫтаханалары эшләйәсәк. Үҙҙәренең һәләттәрен республиканың бәләкәй «йондоҙсоҡтары» ла күрһәтәсәк.
Кисен ҡунаҡхана комплексының концерт залында балалар өсөн дискотека ойоштороласаҡ.
Өфөгә балалар шулай уҡ махсус аваиарейс менән 27 декабрҙә ҡайтасаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика