12:49 (UTC+5), 21 Ноябрь 2013

Башҡорт дәүләт университетында уҡыусылар өсөн Фән көндәре үтәсәк

Эльмира Сабирова
25 ноябрҙән 6 декабргә тиклем Башҡорт дәүләт университетында өлкән синыф уҡыусылары өсөн Фән көндәре үтәсәк.
Уҡыусылар университеттың алдынғы уҡытыусыларының, профессорҙарының һәм фән кандидаттарының иң көнүҙәк ғилми проблемалар тураһында лекцияларын тыңларға; республика, ил һәм бөтә донъя ғалимдарының нимә менән шөғөлләнеүе хаҡында белергә; фәнни белемдең төрлө тармаҡтары арҡаһында беҙҙең көндәрҙә ниндәй теоретик һәм практик мәсьәләләр хәл ителеүе тураһында мәғлүмәт алырға; студент, магистрант, һуңынан, бәлки, аспирант та булғас, үҙҙәрен ниндәй тәбиғи фәндәр, гуманитар, инженер һәм башҡа өлкәләрҙә таба аласаҡтарын билдәләргә мөмкин буласаҡ.
Юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгендә аңлатыуҙарынса, беренсе аҙнала – 25 ноябрҙән 29-на тиклем – үҙҙәренең аудиторияларына Башҡорт дәүләт университетының 11 факультеты һәм институты саҡыра, улар: хоҡуҡ, иҡтисад, финанс һәм бизнес институттары, химия, биология, филология, тарих, математика һәм мәғлүмәт технологиялары, философия һәм социология, башҡорт филологияһы һәм журналистика, роман-герман филологияһы, психология факультеттары. Шулай уҡ 26 ноябрҙә 15 сәғәттә Өфөнөң тарихи реконструкциялау клубтары менән осрашыу буласаҡ.
Икенсе аҙнала – 2 декабрҙән 6-һына тиклем – өлкән синыф уҡыусыларының ғалимдар менән осрашыуы тағы ла университеттың дүрт подразделениеһында: физика-техник институтында, эшҡыуарлыҡ идаралығы һәм хәүефһеҙлеге институтында, география һәм инженер факультеттарында уҙасаҡ.
Бынан тыш, үҫмерҙәр биология, геология, этнография музейҙарына, һирәк китаптар музейына бара аласаҡ, ғилми үҙәктәрҙә һәм лабораторияларҙа була аласаҡ.
Тулыраҡ мәғлүмәт Башҡорт дәүләт университеты сайтында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика