09:29 (UTC+5), 21 Ноябрь 2013

21 ноябрь – Рәсәй Һалым органдары хеҙмәткәрҙәре көнө

Арина Рәхимҡолова
21 ноябрҙә һөнәри байрамдарын Рәсәй һалым органдары хеҙмәткәрҙәре билдәләй. Был дата 1991 йылда ошо көндә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт һалым хеҙмәте РФ Финанстар министрлығынан айырылып, үҙ аллы ведомство статусын алыуға бәйле билдәләнгән.
Бөгөн Федераль һалым хеҙмәте күҙәтеү-контролдә тотоу органынан клиенттарҙы ориентирлау структураһына әйләнә. Ведомство хеҙмәткәрҙәре һәм һалым түләүселәр араһында партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырыла. Хеҙмәт сайтында электрон сервистарҙы үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә, шуға күрә һалым түләүселәргә бюджетҡа түләүҙәр индереү буйынса үҙҙәренең бурыстарын үтәү өсөн уңайлы шарттар булдырыла һәм һалым хакимиәтенең сифаты күтәрелә.
Ҡаҙнаны тултырыуға Башҡортостандың һалым органдары хеҙмәткәрҙәре лә тос өлөш индерә. 2013 йылдың ғинуар-сентябрендә республика территорияһындағы бөтә кимәлдәрҙәге бюджеттарға һалым органдары тарафынан 168,5 миллиард һум һалым һәм башҡа мәжбүри түләүҙәр йәлеп ителгән. Был 2012 йыл күрһәткесе менән сағыштырғанда 10 процентҡа артҡан.
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, федераль бюджетҡа 75 313 миллион һум (бөтә керемдәрҙең 44,7 проценты) аҡса күсерелгән, 2012 йылдың ғинуар-сентябрендәге күрһәткестән 12,8 процентҡа күберәк.
Һөнәри байрамдарын билдәләү көнөндә республиканың бөтә территорияһында һалым хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре һалым белеме мәсьәләләренә арналған 57 асыҡ дәрес үткәрәсәк.
Был акцияла Рәсәй Федерацияһының бөтә һалым органдары ҡатнаша. Ул һалым грамотлылығын арттырыуға, мәктәп уҡыусыларында, һәр граждандың бурысы булараҡ, һалым түләүгә дөрөҫ мөнәсәбәт тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика