12:49 (UTC+5), 20 Ноября 2013

Республикала Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы ойошторолдо

Людмила Терновая
Рәсәй Йәмәғәт палатаһы советы ҡарары менән Башҡортостанда өсөнсө саҡырылыш Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы ойошторолдо. Ул «Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы тураһында» һәм «Мәжбүри тотоу урындарында кеше хоҡуҡтарын тәьмин итеүгә йәмәғәт контроле һәм мәжбүри тотоу урындарындағы кешеләргә ярҙам итеү тураһында»ғы федераль закондарға ярашлы булдырылды.
Беренсе ултырышта комиссия составы ойошторолдо. Рәйесе итеп ҡайтанан Башҡортостандың «Витязь» Республика диңгеҙ пехотасылары йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Хәрби хәрәкәттәр ветерандары йәмәғәт ойошмалары Координация советының ҡушма ойоштороусыһы, уның президиумы ағзаһы, 2013 йылдың июленән икенсе саҡырылыш Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһын етәкләүсе Олег Ғәлин һайланды.
Рәсәй Язаға тарттырыуҙы үтәү федераль хеҙмәтенең БР буйынса баш идаралығының холоҡ төҙәтеү учреждениялары менән эшләү буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары итеп «Кеше һәм граждан хоҡуҡтары өсөн» төбәк йәмәғәт ойошмаһының башҡарма директоры Әлмирә Жукова һайланды.
БР буйынса Эске эштәр министрлығының мәжбүри тотоу урындары менән эшләү буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары итеп «Батыр» Афған һуғышы инвалидтарының республика ойошмаһы ағзаһы Артур Абдрахманов һайланды.
Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһының яңы составына бөтәһе 21 кеше инде. Былар мәжбүри тотоу урындарында булған шәхестәрҙең законлы мәнфәғәттәрен һәм хоҡуҡтарын яҡларға әҙер булыусы хоҡуҡ яҡлау йүнәлешендәге төрлө йәмәғәт ойошмаларынан кешеләр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика