07:38 (UTC+5), 20 Ноябрь 2013

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы яңы телемиҙгел серҙәрен асты

Сергей Захаров
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналы яңы телемиҙгелен презентацияланы. Эфир «йондоҙҙарының» журналистар, түрәләр һәм реклама биреүселәр менән аралашыуы Өфөнөң модалы клубтарының береһендә барҙы.
Яңы «Тарих һөйөүселәр клубы», «ПопКорм», «Физ-ра» проекттарынан тыш, аудиторияға Башҡортостан юлдаш телевидениеһының ғорурлығы булған программалар: һәр сәғәт һайын башҡорт һәм рус телдәрендә сыҡҡан яңылыҡтар; “Сәләм” программаһы; «Телеүҙәк» проекты; «Байыҡ» һәм «Башҡорт йыры» телевизион конкурстары; «Уфимское времечко», «Историческая среда», «История признания»,«Замандаштар», «Бәхетнамә», «Көндәлек» программалары; «Тамыр»ҙың – «Тау- тау хәбәр», «Большой чемодан», «ӘЮЯ ҡаласығы», «Сәнгелдәк» проекттары; спорт ярыштарын күрһәтеү һәм спорт яңылыҡтары – тәҡдим ителде.
Хәҙер эфирға сығарыуға башҡорт телендә яңы сериал әҙерләнә – «Профессор ҡыҙы». Ике мажаралы фильм постпродакшн стадияһында, уларҙың премьераһы 31 декабрҙә һәм 1 ғинуарҙа буласаҡ.
Әлеге ваҡытта Башҡортостан юлдаш телевидениеһының потенциаль аудиторияһы 6 миллион тамашасынан күберәк. 1 декабрҙән Башҡортостан юлдаш телевидениеһы «Орион Экспресс» компанияһы тарафынан ойошторолған Рәсәйҙә беренсе төбәк юлдаш мультиплексына инәсәк. Белгестәр әйтеүенсә, ул каналды «Телекарта» һәм «Континент ТВ» платформаларында күрһәтеү мөмкинлеге бирәсәк.
Белешмә. Өс йыл дауамында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы «Триколор ТВ-Сибирь» («Оптимум» пакеты) проекты составында ине, 2013 йылдың 1 октябренән «Триколор ТВ» («Супер-Оптимум» пакеты) проектына инде.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика