10:22 (UTC+5), 19 Ноября 2013

Республиканың Президент шыршыһында 780 бала ҡатнашасаҡ

Эльмира Сабирова
Быйыл 23 декабрҙә Башҡорт дәүләт аграр университетының Йәштәр һарайында (элекке «Юбилей» Мәҙәниәт һарайы) үтәсәк Өфөләге Президент шыршыһына бөтә республиканан 780 бала саҡырылған. Унда һәр йылдағыса уҡыу алдынғылары, мәктәп олимпиадалары, бөтә Рәсәй һәм төбәк фестивалдәре, конкурстар, спорт ярыштары еңеүселәре ҡатнашасаҡ. Байрам ҡунаҡтары араһында – күп балалы һәм әҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән балалар, шулай уҡ хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары.
- Алыҫ урынлашҡан 38 район һәм ҡалаларҙан делегация баш ҡалаға 22 декабрҙә киләсәк. Улар «Салют» балаларҙы сәләмәтләндереү шифаханаһында урынлаштырыласаҡ. Балалар өсөн танышыу кисәһе һәм яңы йыл дискотекаһы ойоштороласаҡ, — тип хәбәр итте БР Мәғариф министрлығының бүлек начальнигы Мәрүә Ғилметдинова. — Бөтә балалар ҙа бүләктәр – йомшаҡ уйынсыҡтар, татлы ашамлыҡтар һәм Зәйнәб Биишеваның «Һөнәрсе менән өйрәнсек» китабын – аласаҡ.
Быйыл республиканың бәләкәс граждандарына «Яңы йыл музейы» музыкаль спектакль-әкиәтен күрһәтәсәктәр.
БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, тамашаның режисер-ҡуйыусыһы Илшат Фәхертдинов. Сценарий авторы – Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының әҙәбиәт бүлеге мөдире Владимир Аношкин.
Ҡыш бабайҙың нисек Яңы йыл музейы төҙөүе һәм үҙе шунда юғалыуы, кем уны ҡотҡарыуы, терелгән мумиялар тураһында тарихты Башҡорт драма театры, ҡурсаҡ театры һәм Милли йәштәр театры актерҙары күрһәтәсәк.
Бынан тыш, ҡунаҡтарҙы Йәштәр һарайы фойеһында традицион программа көтә, унда улар әйлән-бәйлән уйнаясаҡ, йырлаясаҡ, күңелле конкурстарҙа һәм викториналарҙа ҡатнашасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика