08:27 (UTC+5), 19 Ноября 2013

Республиканың ике баҫмаһы «Санат-2013» Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты булды

Арина Рәхимҡолова
Ике республика баҫмаһы «Санат-2013» Бөтә Рәсәй асыҡ матбуғат профессиональ конкурсы лауреаты булды. «Республика Башкортостан» һәм «Молодежная газета» мөхәрририәттәре үҙ эштәренә шундай юғары баһа алды.
«Республики Башкортостан» гәзитенең баш мөхәрире Эльза Хорева һөйләүенсә, коллектив конкурста беренсе тапҡыр ҡатнашҡан һәм юғары һөҙөмтәгә өлгәшеренә иҫәп тә тотмаған. «Беренсе биттең иң яҡшы дизайны өсөн» номинацияһында лауреат дипломы — был бөтә редакцияның һәм бигерәк тә гәзиттең тышҡы “йөҙө” өсөн яуап биргән редактор урынбаҫары Владимир Огородниковтың хеҙмәтенә лайыҡлы баһа.
— Беҙ уҡыусыға уңайлы булһын өсөн беренсе биттең дүрт компоненттан торған тотороҡло макетын төҙөнөк. Хәҙер беҙҙең бурыс — ҡалған полосалар өсөн дә шундай уҡ даими макет төҙөү, — тип аңлата Эльза Хорева.
Конкурста ҙур федераль баҫмалар ҡатнашты, шуға күрә лә лауреат исеме бик абруйлы.
— Беренсе бит өҫтөндә бөтә коллектив эшләй, ләкин башҡарыу —художество редакторы Руслан Солтановтың ҡаҙанышы. Әлегә тиклем гәзиттең тышҡы йөҙө өҫтөндә эшләгән Дмитрий Файзуллинды ла билдәләп китер инем. Киләһе йыл яңынан иң яҡшы исеме алыу өсөн көрәшербеҙ, тип уйлайым, — ти «Молодежная газета»ның баш мөхәррире Ярослава Голобородько.
«Санат» асыҡ матбуғат профессиональ конкурсы йыл һайын үткәрелә. Быйыл Рәсәй, Белоруссия һәм Ҡаҙағстандың 33 гәзит типографияһы үҙ эштәрен ебәргән. Ойоштороу комитеты һәм Рәсәй Дизайнерҙар союзы был миҙгелдә беренсе тапҡып полиграфик дисциплиналар араһында «Беренсе биттең иң яҡшы дизайны» номинацияһын индерә, ул Рәсәйҙең 15 гәзитен йыя.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика