Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
+0.06
98.78
-0.12
83.96
+0.69
4+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ноябрь 2013, 17:19

Сибайҙа Әхмәтзәки Вәлиди бюсын реконструкциялау тамамланды

Сибайҙа күренекле йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәр, ғалим-тюрколог Әхмәтзәки Вәлиди Туғанға 2000 йылда асылған бюсты реконструкциялау тамамланды, хәҙер уны Әхмәтзәки Вәлидиҙең данлы эштәре тураһында яҙылған стилле таҫма биҙәй. Сибайҙа плитка менән көпләнгән постаментҡа ҡуйылған бюст 13 йыл эсендә яраҡһыҙ хәлгә килде. Ремонт эштәре үткәреү кәрәклеге менән бәйле, Сибай хакимиәте постаментҡа тарихи белешмә өҫтәргә ҡарар итә. Күләмле хәрефтәр металл иретмәһенән ҡойолған, мәғлүмәт ике телдә – башҡортса һәм русса – бирелгән. Реконструкцияның авторы – урындағы скульптор Сергей Апарин, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.
Автор:Людмила Терновая
Читайте нас: