10:24 (UTC+5), 13 Ноября 2013

Өфөлә быйыл ҡыш «боҙ ҡаласыҡтары» пенопласт һәм ағастан эшләнеүе ихтимал

Арина Рәхимҡолова
Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов оператив кәңәшмәлә боҙ ҡаласыҡтары төҙөлөшөнөң альтернатив варианттарын ҡарарға бойороҡ бирҙе.
- Быйыл аномаль йылы һауа торошон күҙҙә тотоп, боҙ ҡаласыҡтарының әҙерлеге борсолоу тыуҙыра. Әгәр боҙ туңып өлгөрмәһә, фанера һәм пенопластан төҙөйәсәкбеҙ. Бындай практика беҙҙә бар, 2008 йылда һауа торошоноң көйһөҙлөгө арҡаһында декораторҙар ҡарһыҙ һәм боҙһоҙ ҡалғайны, — тине Ирек Ялалов.
Ҡышҡы миҙгелгә әҙерләнеү сиктәрендә Өфө ихаталарында хоккей ҡумталарын алмаштырыу буйынса былтыр башланған эштәр дауам иттереләсәк.
- Әлеге ваҡытта урамдарҙа булған таҡтанан ҡағылған хоккей ҡумталары артта ҡалырға тейеш. Хәҙер беҙҙә ошондай 80 ҡумта бара. Улар урынына заманса һәм хәүефһеҙҙәре төҙөлөргә тейеш. Был бик ҡиммәтле проект. Бюджетҡа ғына ышанырға түгел, ә бағыусыларҙы, эшҡыуарҙарҙы ла йәлеп итергә кәрәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Өфө ҡалаһы башлығы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика